Башҡортостан быйыл башлап ебәрелгән инвестпроекттар һаны буйынса Рәсәй төбәктәре араһында алтынсы урынды биләй. Уларҙың дөйөм суммаһы 182,9 миллиард һум тәшкил итә. Бында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән үткәрелгән “Инвестиция сәғәтәттәре” хәл иткес роль уйнай.
Аналитиктар иҫәпләүенсә, республикала ошо осорҙа 79 инвестпроект ғәмәлгә ашырыла башлаған. Ә ил буйынса иҫәпләгәндә, улар – 1 566. Был иһә уҙған йылдың шул уҡ осоро менән сағыштырғанда 1,7 тапҡырға күберәк. Ғәмәлгә ашырылыу процесында булған инвестпроекттарҙың 3,6 проценты беҙҙең республикаға тура килә.
Башҡортостанда тормошҡа ашырылған инвестиция проекттарының күбеһе (86 проценты) әле эшләгән бизнесты баҙар иҡтисадына тулыраҡ яраҡлаштырыуға йүнәлтелә. Хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреүгә арналған инвестиция проекттарына компаниялар - 10,3 процент осраҡта, етештереүҙе киңәйтеүгә 3,7 процент осраҡта аҡса бүлә.
Радий ХӘБИРОВ, Башҡортостан Республикаһы Башлығы:
“Инвстиция буйынса бөтә күрһәткестәр ҙә лайыҡлы. Был – беҙҙең команданың үҙ-ара килешеп һәм белдекле эшләүе һөҙөмтәһе. Республиканың идара итеү командаһына, хөкүмәттең иҡтисади блогына, шулай уҡ муниципалитеттарға инвестиция йәлеп итеү буйынса йоғонтоло хеҙмәттәре өсөн ҙур рәхмәт. Был осраҡта һәр етәксе өсөн иҡтисадҡа аҡса йүнәлтеүҙең артабанғы үҫешен тәьмин итеү мөһим. Беҙҙең бурыс – инвестицияның йыллыҡ күләмен бер триллион һумға еткереү”.
Рөстәм АХУНОВ,
иҡтисад фәндәре докторы, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө филиалының төп ғилми хеҙмәткәре:
“Инвестицияларҙы туплағанда, ҡағиҙә булараҡ, ойошмаларҙың үҙ аҡсаһы төп ролде башҡара. Башҡортостанда уларҙың 56,9 процентын был ойошмалар алдан йыйған аҡса һәм амортизация өсөн түләүҙәр тәшкил итә.
Ҡаҙнанан йүнәлтелгән аҡса күләме лә һиҙелерлек артты. Ул бөгөнгә бөтә инвестиция күләменең 23,8 процентына етте һәм федераль ҡаҙна менән республика бюджеттары араһында тигеҙ бүленә. Инвестицияларҙы финанслағанда банк кредиттарының өлөшө ҙур түгел. Ағымдағы йылда төп ставканың юғары булыуын иҫәпкә алһаҡ, инвестиция проекттарына кредит алыу, моғайын, дәүләт субисдия биргән проекттар буйынса ғына һаҡланып ҡаласаҡ.
Автор фотоһы.