20 августа Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың бизнес-берләшмәһе активы менән осрашты. Сара Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусы майҙансығында үтте.
Көн тәртибендә эшҡыуарлыҡ башланғыстарын тормошҡа ашырыу һәм уларға дәүләт ярҙамы сараларын үҫтереү мәсьәләләре ҡаралды.
Үҙ сығышында Башҡортостан Башлығы бизнес-берләшмәгә әүҙем эшләгәне өсөн рәхмәт белдерҙе һәм республикала яңы проекттарҙы башлау өсөн уңайлы шарттар булдырылыуын билдәләне.
– Төбәктә бизнесты үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленде. Һуңғы йылдарҙа эшҡыуарлыҡ берләшмәһенә ярҙам итеүҙең киң системаһын булдырырға тырыштыҡ. Башҡортостанда эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил институты һәм муниципаль бизнес-шерифтар әүҙем эшләй, уларҙың төп бурысы – бизнесҡа ярҙам итеү, – тине төбәк етәксеһе Радий Хәбиров. – Республикала шулай уҡ дәртләндереү сараларының – финанс, мәғлүмәт-консультация сараларының киң исемлеге ғәмәлдә. Бөтә был ҡорамалдар һөҙөмтәле эшләй һәм, ысынлап та, беҙҙең бизнесҡа ярҙам итә.
Шул уҡ ваҡытта Башҡортостан Башлығы күрелгән сараларҙың төбәктә инвестициялар йәлеп итеү өсөн эшлекле мөхит булдырыуға йүнәлтелгән иҡтисади сәйәсәттең бер өлөшө булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– Төбәктә эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны, уларҙың әйләнеше, килеме, түләнгән һалымдар арта. Дөйөм алғанда, 2024 йылдың тәүге ярты йыллығында Башҡортостан иҡтисадына инвестициялар күләме 20 проценттан ашыуға артҡан, – тип хәбәр итте республика Башлығы Радий Хәбиров. – Эшҡыуарҙарҙан һорау алыу нигеҙендә инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингы ла төҙөлә, унда Башҡортостан өсөнсө урынды биләй. Был хатта ҡатмарлы заманса шарттарҙа ла эшҡыуарҙарҙың беҙгә ышаныуын һәм Башҡортостанға аҡса һалырға ынтылыуын күрһәтә.
Республика Башлығы инвесторҙар өсөн мөһим өлөштәр иҫәбендә күп һанлы буш ер участкаларын, хеҙмәт сығанаҡтарының булыуын һәм яңы проекттарҙы башлау өсөн либераль шарттарҙы билдәләне.
– Былтыр Башҡортостанда ер участкалары бүлеү һәм һалым льготалары биреү өсөн бизнесҡа талаптар күпкә ябайлаштырылды. Был инвестиция башланғыстарын тормошҡа ашырыу өсөн өҫтәмә стимул булды, – тине төбәк етәксеһе Радий Хәбиров. – Тағы ла бер көнүҙәк мәсьәлә - предприятиеларҙа эшләү өсөн белгестәр эҙләү. Бөгөн күп кенә ҙур компанияларҙа кадрҙар етешмәй. Шул уҡ ваҡытта был йәһәттән беҙҙә билдәле бер потенциал бар.
***
Осрашыу барышында Башҡортостан Башлығы эшҡыуарҙарҙы борсоған һорауҙарға яуап бирҙе. Бизнесмендар һуңғы йылдарҙа төбәктә инвестиция мөхитенең ярайһы уҡ яҡшырыуын билдәләне. Улар республика етәкселегенә эшҡыуарлыҡ берләшмәһе менән эшләүгә системалы ҡарашы өсөн рәхмәт белдерҙе.
Осрашыуҙа ҡатнашыусылар бизнесҡа ярҙам итеү системаһын артабан киңәйтеү, шулай уҡ иҡтисадтың һәм социаль өлкәнең төрлө тармаҡтарын үҫтереү һәм уларҙа инвестиция башланғыстарын тормошҡа ашырыу мөмкинлеге менән ҡыҙыҡһынды.
Мәҫәлән, Стәрлебаш районы эшҡыуары Рафаил Йосопов сауҙа һәм йәмәғәт туҡланыуы өлкәһендә юл буйы комплексын асырға ниәтләй. Эшҡыуарға район хакимиәтендә ярҙам күрһәтелә һәм сауҙа нөктәһен урынлаштырыу өсөн ер участкаһы һайлана. Рафаил Йосопов юл буйы сервисы йүнәлешен артабан үҫтереү перспективалары менән ҡыҙыҡһынды.
Башҡортостан Башлығы, был йүнәлеш республикала яҡшы темптар менән үҫешә һәм ҙур потенциалға эйә, тип иҫәпләй.
– Беҙҙең республика автомобиль юлдары оҙонлоғо буйынса илдә өсөнсө урында тора. Юл буйы сервисы – иҡтисадтың үҫешәсәк ҙур өлөшө. Башҡортостанда яңы яҡшы трассалар төҙөлә, автомобилдәге туристар ағымы арта. Был бизнес өсөн иҡтисади яҡтан ҡыҙыҡлы, – тине төбәк етәксеһе Радий Хәбиров. – Бер ни тиклем ваҡыт был өлкәгә тейешле иғтибар бирелмәне. Әммә өс йыл элек юл буйы сервисын үҫтереү программаһын ҡабул иттеләр. Сервис комплекстарын урынлаштырыу өсөн потенциаль майҙансыҡтар һайланды. Параллель рәүештә күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең сифатын күтәреү буйынса ғәмәлдәге предприятиелар етәкселәре менән бәйләнеш булдырылды. Дөйөм алғанда, был өлкә беҙҙең иғтибар үҙәгендә, һәм республика юл буйы сервисы өлкәһендәге проекттарға ярҙам итеүен дауам итәсәк.
***
Башҡортостандың Социаль туҡланыу предприятиелары ассоциацияһы рәйесе Ынйы Әхмәҙуллина төбәктең социаль учреждениеларына оҙатылған продукцияның сифатын күтәреү өсөн республика туҡланыу операторҙары форумын үткәреүҙең мөһимлеге хаҡында һөйләне. 2024 йылда Нефтекамала ошондай икенсе форум үткәрелде. Ынйы Әхмәҙуллина артабан был сараны йыл һайын үткәрергә тәҡдим итте.
Башҡортостан Башлығы эшҡыуарҙың идеяһын хупланы һәм республикала социаль туҡланыу өлкәһендә системалы эш ойошторолоуын билдәләне.
– Был йүнәлеш менән шөғөлләнгән эшҡыуарҙарға ҙур рәхмәт. Мәктәп туҡланыуы – ул бик яуаплы хеҙмәт, балаларыбыҙҙың сәләмәтлегенең мөһим элементы, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк етәксеһе Радий Хәбиров. – Һуңғы йылдарҙа был өлкәлә тәртип урынлаштырылды. Бөгөн беҙҙең мәктәптәргә килтерелгән аҙыҡ-түлектең күбеһе – сифатлы һәм урындағы етештереүселәрҙеке. Шуға күрә ата-әсәләрҙең мәктәптәрҙә насар туҡланыуға ялыуҙары күпкә кәмей, улар бер нисә генә булды. Бынан тыш, күп кенә уҡыу йорттарында хатта швед өҫтәле кеүек заманса хеҙмәтләндереү форматтарына күсәләр. Әлбиттә, социаль туҡланыу шулай уҡ дауаханаларҙы һәм башҡа учреждениеларҙы хеҙмәтләндереүҙе күҙ уңында тота. Был йәһәттән профилле предприятиеларҙың эшен яйлап камиллаштырасаҡбыҙ.
***
Бизнес-берләшмә вәкилдәре төбәктә ҙур маркетплейстарҙың логистик үҙәктәре барлыҡҡа килеүгә ҡыҙыҡһыныу белдерҙе. Республика электрон коммерция өлкәһендә инвестиция проекттарын йәлеп итеү өҫтөндә әүҙем эшләй, тип хәбәр итте БашҡортостанБбашлығы.
– Августа Благовещен районында OZON логистик үҙәген асырға ниәтләйбеҙ. Был проектты тормошҡа ашырыу – беҙҙең өсөн ҙур маркетплейстарҙы йәлеп итеүҙең тәүге ҡарлуғас, – тип билдәләне төбәк Башлығы Радий Хәбиров. – “Wildberries”ҡа килгәндә, беҙ компания етәкселеге менән төрлө форумдарҙа осраштыҡ һәм Башҡортостанда маркетплейс логистик үҙәген булдырыу мөмкинлеген ентекләп тикшерҙек. Республика үҙ яғынан компанияның төбәккә килеүе өсөн барыһын да эшләйәсәк.
***
Һорауҙарҙың береһе – төбәктә республиканың ҙур булмаған тораҡ пункттарында сауҙа объекттарын төҙөү өсөн сауҙа үткәрмәйенсә ер биреү буйынса программаны оҙайтыу тураһында.
– Был сара – биш меңгә тиклем кеше йәшәгән тораҡ пункттарҙа үҙ эшен асырға теләгән эшҡыуарҙарға ярҙам итеү өсөн. Ул артабан да һаҡланасаҡ, – тип хәбәр итте республика етәксеһе Радий Хәбиров. –Бизнестың бәләкәй ауылдарҙа сауҙа нөктәләрен асыу мөмкинлеге булыуы мөһим, сөнки бәләкәй магазиндар ауыл халҡының тормошон уңайлыраҡ итә. Был программа буйынса ер ҡәтғи рәүештә бәләкәй форматлы сауҙа ихтыяждарына биреләсәк.
***
Краснокама районынан крәҫтиән (фермер) хужалығы башлығы, шәхси эшҡыуар Рәмил Мәғдәнов умартасылар исеменән Башҡортостан Башлығына тармаҡҡа ярҙам иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе.
Республика етәксеһе Радий Хәбиров бал етештереүселәр өсөн төбәктә икенсе йәй рәттән һауа торошоноң насар булыуын билдәләне.
– Умартасылыҡ тармағы – бик һиҙгер һәм шул уҡ ваҡытта ниндәйҙер мәғәнәлә беҙҙең генетик кодты билдәләүсе тармаҡ. Шуға күрә айырым осрашырға һәм ысынында етерлек мәсьәләләрҙе тикшерергә кәрәк, – тине төбәк етәксеһе Радий Хәбиров.
***
Тағы бер тема – Дыуан районында ипподромды үҫтереү. Урындағы эшҡыуар бында ат һарайын тергеҙә, аттар алып килә һәм республиканан йүгереү юлын реконструкциялауҙа ярҙам итеүен һораны.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров муниципаль милектәге ипподром биләмәһен мотлаҡ тәртипкә килтерәсәктәрен билдәләне, анализларға һәм тәҡдимдәр индерергә ҡушты.
– Уҙған аҙнала Баймаҡ районында “Башҡорт аты” фестивалендә республика йылҡысылары менән осрашыу барышында тармаҡтың, шул иҫәптән спорт йылҡысылығының үҫеше тикшерелде. Һорауҙарҙың береһе спорт мәктәптәре инфраструктураһына ҡағыла. Күп кенә проекттарыбыҙ объектив сәбәптәр арҡаһында бер аҙ кисектерелә. Сиратта – Дүртөйлө районындағы ипподром, унда киләһе йылда эш башларға ниәтләйбеҙ, – тип аңлатты төбәк етәксеһе Радий Хәбиров. – Дыуан районы буйынса ла тейешле йөкләмә бирәбеҙ.
***
Осрашыу аҙағында Башҡортостан Башлығы ҡатнашыусыларға конструктив аралашыу өсөн рәхмәт әйтте, республика мәнфәғәтендә берлектәге ижади эшмәкәрлеккә саҡырҙы һәм дәүләт наградаларын тапшырҙы.
– Республикала эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн күп ярҙам саралары ғәмәлдә. Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанды инвестициялар өсөн асырға тырыштыҡ. Ил Президенты Владимир Владимирович Путин менән һуңғы осрашыуҙа беҙ быны булдырабыҙ, тип билдәләнем. Республикаға ҙур, шул иҫәптән сит ил бизнесы килә. Был амбициоз бурысты үтәүҙе дауам итәсәкбеҙ, – тип йомғаҡ яһаны төбәк етәксеһе Радий Хәбиров. – Эшебеҙҙең идеологияһы бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү системаһын артабан үҫтереүҙе лә үҙ эсенә аласаҡ. Бының өсөн беҙҙә мөмкинлек бар.
Фото: glavarb.ru.