Иҡтисад
21 Август 2024, 10:30

Сәнәғәт туризмы ҙур өҫтөнлөктәр бирә

Йыл башынан алып Туймазы ҡалаһындағы “Корона” мебель фабрикаһында Рәсәйҙең 12 төбәгенән 107 ҡунаҡ булып китте. Был предприятие сәнәғәт туризмын үҫтереүҙә әүҙем ҡатнаша.

Сәнәғәт туризмы ҙур өҫтөнлөктәр бирәСәнәғәт туризмы ҙур өҫтөнлөктәр бирә
Сәнәғәт туризмы ҙур өҫтөнлөктәр бирә

Йыл башынан алып Туймазы ҡалаһындағы “Корона” мебель фабрикаһында Рәсәйҙең 12 төбәгенән 107 ҡунаҡ булып китте. Был предприятие – сәнәғәт туризмында әүҙем ҡатнашыусы.

Делегациялар составына эшҡыуарҙар һәм фабриканың хеҙмәттәштәре генә түгел, ә потенциаль клиенттар, студенттар, шулай уҡ фабриканың етештереү мөмкинлектәре менән ҡыҙыҡһынған һәр кеше инә ала. Фабрикала Һамар, Һарытау, Киров, Ырымбур өлкәләренең һәм башҡа төбәктәрҙең вәкилдәре булып ҡайтты.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев билдәләүенсә, сәнәғәт туризмының туристар өсөн дә, предприятиелар өсөн дә өҫтөнлөктәре бар. Ҡунаҡтар ҡабул итеү предприятиеның уңыштары хаҡында һөйләүгә генә ҡайтып ҡалмай, был уның инвестицион йәһәттән ылыҡтырғыс булыуын да арттыра.

Радий ХӘБИРОВ, Башҡортостан Республикаһы Башлығы:

“Беҙҙең республиканың сәнәғәт туризмын алға ебәреү буйынса стратегияһы илдә иң яҡшыһы булып танылды. Был турала Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы ойошторған II Бөтә Рәсәй “Асыҡ сәнәғәт”  акселераторы йомғаҡтарында белдерелде. Был акселераторҙа Өфө һәм Благовещен ҡалаларының һигеҙ предприятиеһы ҡатнашты. Улар араһында ике индустриаль парк та бар. Бөгөнгә туристар өсөн 20 предприятие асыҡ булһа, 2025 йылға уларҙың һаны 40-ҡа етәсәк”.

Рәмил Мәмлиев, “Корона” мебель фабрикаһының генераль директоры:

“Ҡунаҡтар һорауҙар ҙа бирә ала, фабрика вәкилдәре менән аралаша. Был иһә эшҡыуарлыҡ һәм компанияның продукцияһы тураһында күберәк мәғлүмәт туплау форсаты тыуҙыра. Беҙ бөтә кеше өсөн дә асыҡ, күрһәтерлек ҡаҙаныштарыбыҙ бар. 2005 йылдан алып эшләйбеҙ һәм дәүләт ярҙамынан буш ҡалғаныбыҙ юҡ. Бындай осрашыуҙар тәжрибә уртаҡлашыу ғына түгел, ә яңы эшлекле бәйләнештәр урынлаштырыу мөмкинлеген дә бирә.

 Фото: БР Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас