Кисә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сираттағы “Инвестиция сәғәтен” үткәрҙе. Унда сәнәғәт һәм туризм өлкәһендәге яңы проекттар ҡаралды.
“Фармстандарт-ӨфөВИТА” компанияһы Өфөлә дарыуҙар етештереүҙе киңәйтергә ниәтләй. Тәҡдим ителгән инвестиция проекты “Фосфоглив” препаратын сығарыу күләмен арттырыуҙы, шулай уҡ күҙ тамсыларының яңы төрҙәрен эшләй башлауҙы һәм гемофилияны дауалағанда файҙаланылған “Ҡан факторы 8” препаратын етештереүҙе яңыртыуҙы үҙ эсенә ала.
Компанияның генераль директоры Наил Низаметдинов хәбәр итеүенсә, проект сиктәрендә “Фармстандарт-ӨФӨВИТА” майҙансығында 2026 йылдың аҙағына тиклем яңы етештереү-келәт комплексы төҙөлә. Бының өсөн кәрәкле документтар әҙерләнгән һәм технологик ҡорамалдар менән тәьмин итеүселәрҙе һайлай башлағандар.
Производствоны үҫтереү буйынса пландарҙы 2035 йылға тулыһынса тормошҡа ашырырға, 235 эш урыны булдырырға тейештәр. Инвестициялар күләме 10,4 миллиард һумға баһалана.
Ярҙам саралары сифатында проект һалым льготалары менән өҫтөнлөклө статусын алды. Бынан тыш, компаниялар инженер объекты – яңы ҡаҙанлыҡ төҙөүгә сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплай.
– “Фармстандарт-ӨфөВИТА” компанияһы ошондай мөһим проектты башлау тураһында ҡарар ҡабул итеүе ҡыуаныслы. Республика, һис шикһеҙ, яңы медицина продукцияһы төрҙәрен әҙерләү һәм сығарыу менән ҡыҙыҡһына, - тип билдәләне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Эзбизле он етештереү буйынса пландар тураһында “Ҡазаяҡ эзбиз карьеры” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Рәфил Әхтәмйәнов һөйләне. Иглин районындағы предприятие майҙансығында ваҡлау-сортҡа айырыу һәм административ көнкүреш комплекстары, шулай уҡ ярҙамсы биналар эшләй. Яңы производствоны ойоштороу өсөн өҫтәмә рәүештә технологик ҡорамалдарҙы монтажларға, фасовкалау цехын һәм әҙер продукцияны һаҡлау келәтен һалырға кәрәк. Ошо маҡсатҡа 150 миллион һум йүнәлтеү күҙаллана.
Проект Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы булышлығында әҙерләнгән. Инвестор төҙөлөш майҙансығын әҙерләй башлаған һәм ҡорамалдар менән тәьмин итеүгә килешеү төҙөгән. Технологик комплексты сафҡа индереү 26 яңы эш урыны булдырырға һәм йылына 40 мең тоннаға тиклем продукция сығарырға мөмкинлек бирәсәк. Эзбизле он ауыл хужалығы ерҙәрен ашламалау өсөн файҙаланыласаҡ.
Республиканың инвестиция комитеты тәҡдим ителгән проектты хупланы һәм уға һалым льготалары менән өҫтөнлөклө статусын бирҙе.
“КАРНИ” компанияһын ойоштороусы Руслан Коновалов Өфөлә силикон изделиелар етештереүҙе киңәйтеү тәҡдимен индерҙе. Инвестор үҫешергә ниәтләгән Дим районы биләмәһендәге майҙансыҡты ҡуртымға ала.
Предприятие маркетплейстар аша көнкүреш тәғәйенләнешендәге силикон продукция – боҙ һәм бешереү өсөн формалар, һауыт-һаба, хайуандар өсөн аксессуарҙар һата.
Проект сиктәрендә инвестор сеймал менән тәьмин итеүселәр менән килешеүҙәр төҙөгән һәм өҫтәмә ҡорамалдар һатып алыуҙы ҡарай. Һалынған аҡсаның дөйөм күләме – 80,2 миллион һум.
Ярҙам саралары сифатында проект һалым льготалары менән өҫтөнлөклө статусын алды. Бынан тыш, инвесторға Сәнәғәтте үҫтереү федераль фондының льготалы заемына ғариза тултырыуҙа ярҙам күрһәтелә.
Фермер хужалығы башлығы Илдар Минһажев Белорет районында “Ете туған” туристик базаһын төҙөү буйынса пландары хаҡында һөйләне. Ете гектарҙан ашыу майҙанда 25 бүлмәлек ҡунаҡхана, бассейнлы һыу-һауыҡтырыу комплексы, дөйөм туҡланыу урындары һәм ғаилә менән ял итеү өсөн спорт-күңел асыу майҙансыҡтары төҙөлә.
Эшҡыуар проектты 2025 йылға тамамларға ниәтләй. Аҡсаның дөйөм күләме – 110 миллион һум.
Республиканың инвестиция комитеты проектҡа өҫтөнлөклө статус бирҙе һәм инженер, транспорт инфраструктураһы төҙөлөшөнә сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауҙы хупланы.
“Аврора” компанияһының генераль директоры Максим Андреев Ҡариҙел районында йыл әйләнәһенә эшләгән “Яр” глэмпинг-паркын төҙөү проекты хаҡында һөйләне. Инвестор Сыбыҡ ауылында Павловка һыу һаҡлағысы буйында уңайлы ял итеү өсөн бөтә миҙгелле объект төҙөргә ниәтләй. Эшҡыуар парк биләмәһендә модулле йорттар, причал зонаһы менән пляж, инвентарҙы прокатҡа алыу пункты, воркаут өсөн зона, балалар майҙансығы һәм ҡунаҡтар өсөн башҡа объекттар урынлаштырырға ниәтләй.
Объект 2026 йылдың аҙағына тиклем файҙаланыуға тапшырыла. Инвестиция күләме 43 миллион һум тәшкил итә.
Проектҡа ярҙам итеү саралары сифатында өҫтөнлөклө статус бирелде. Ҡариҙел районы хакимиәте ер участкаһын рәсмиләштереүҙә ярҙам күрһәтәсәк. Инвесторға шулай уҡ инженер һәм транспорт инфраструктураһын төҙөүгә сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплайҙар.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.