Быйылға билдәләнгән ҙур юл проекттары араһында Стәрлетамаҡ янындағы Ағиҙел йылғаһы аша күпер һалыу һәм Ауырғазы районы Талбазы ауылын урап үтеү юлының тәүге этабын тамамлау ҙа бар. Шулай уҡ Борай, Саҡмағош һәм Ҡырмыҫҡалы райондарына инеү юлдарын төҙөкләндереү ҡаралған.
Киләсәк эштәргә нигеҙ һалыу маҡсатында Шишмә ҡасабаһын урап үтеү юлы һәм Өфө – Бөрө – Яңауыл юлында Танып йылғаһы аша күпер буйынса проекттар әҙерләнә башлаясаҡ.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Федераль юл агентлығы етәксеһе Роман Новиков менән осрашыуҙа билдәләүенсә, юлдарҙы тейешле хәлгә килтереү буйынса бөтә проекттар ошо агентлыҡ белгестәре менән берлектә әҙерләнә. Ул Р-240 юлының Стәрлетамаҡты урап үтергә тейешле урынындағы эштәрҙең үтә мөһим булыуын иҫкә төшөрҙө. “Беҙ бөгөн бындағы барлыҡ эштәрҙе башҡарырға әҙербеҙ”, – тине ул. Республика етәксеһенең бынан алдағы сығыштарында әйтелеүенсә, Өфөнән Көнсығышҡа сығыу юлы, М-12 юғары тиҙлектәге трасса Башҡортостандың иҡтисадын үҫтереүгә ҙур импульс бирә.
Радий ХӘБИРОВ,
Башҡортостан Республикаһы Башлығы:
– Башҡортостандың автомобиль юлы селтәре – Рәсәй төбәктәре араһында иң оҙоно һәм тармаҡлыһы – ул 50,5 мең километр тәшкил итә. Уның үҫеше артабан да дауам итә. Әлеге мәлдә федераль юл селтәрендә реконструкция бара. Һүҙ – “Урал” М-5 һәм “Волга” М-7 трассалары тураһында. Яҡын киләсәктәге бурыс – Стәрлетамаҡты урап үткән урында юлды ике һыҙаттан дүрт һыҙатлыға әйләндереү.
Бөгөн беҙ юлдарҙан файҙаланыусыларҙы бөтә тейешле хеҙмәтләндереү менән тәьмин итеүгә өҫтөнлөк бирергә тейешбеҙ, автомобилдә йөрөү тағы ла уңайлыраҡ булһын өсөн тырышабыҙ.
Роман НОВИКОВ,
Федераль юл агентлығы етәксеһе:
– Башҡортостан “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проектын уңышлы тормошҡа ашыра. Республикала төбәк әһәмиәтендәге юлдарҙың - яртыһынан ашыуын, агломерацияларҙағы юлдың - 85 процентын һәм төбәктең аяныс селтәре булған юлдарҙың 70 проценты самаһын норматив хәлгә килтергәндәр. Был – Рәсәй буйынса уртаса кимәлдән юғарыраҡ.
Мәскәү менән Екатеринбургты тоташтырасаҡ М-12 юғары тиҙлектәге трассаны төҙөү буйынса ҙур эш башҡарылғаны өсөн Башҡортостан етәкселегенә рәхмәт белдерәм. Беҙҙең конструктив хеҙмәттәшлек һөҙөмтәһендә ошо проектты тиҙ тормошҡа ашырыу мөмкинлеге тыуҙы.
Фото: “Башинформ”.