Иҡтисад
24 Август 2024, 12:15

Нуримандар эшҡыуарҙарға шат

Ә иң мөһиме – ошо ваҡытта 1379 яңы эш урыны булдырылған, ти райондың бизнес-шәрифе.

Нуримандар эшҡыуарҙарға шатНуримандар эшҡыуарҙарға шат
Нуримандар эшҡыуарҙарға шат

Башҡортостанда һуңғы биш йылда “Инвестиция сәғәте”, “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” ултырыштары эшҡыуарҙар араһында бик ҙур популярлыҡ яуланы. Үҙ эшен булдырырға, уны үҫтерергә теләгән һәр кем уларға эләгеү өсөн тырыша. Был ултырыштар 2018 йылдан алып республика етәксеһе Радий Хәбиров башланғысы менән үткәрелә.

– “Инвестиция сәғәте” форматындағы ултырыштар инвесторҙар менән эш итеүҙең һәм тиҙ арала идара итеү ҡарарҙары ҡабул итеүҙең иң һөҙөмтәле ҡоралы, – тине Радий Хәбиров.

Был ултырыштар төрлө кимәлдәрҙә ойошторола. Муниципаль кимәлдәгеһе аҙна һайын район хакимиәтендә үтһә, ҙур проекттар республика кимәлендәгеһенә сығарыла. Уларҙы Радий Хәбиров үҙе ҡарай. Һәр эшҡыуар үҙенең проектын тәҡдим итә һәм ярҙамға хоҡуғы бар.

Әйткәндәй, был Радий Фәрит улы вазифаға килеү менән индергән тәүге тармаҡ сәғәте булды. Бындай эш форматы үҙенең һөҙөмтәлелеген күрһәткәс, башҡа тармаҡтарҙа ла ошондай ултырыштар башланды.

“Ярҙамдың был инструменты бизнес һәм власть араһында ышаныс күперенә әйләнде. Эшҡыуарҙар менән мөнәсәбәттәр булдырыуҙа ҡатнашҡан һәр кемгә ҙур рәхмәт. Был бик ауыр, ентекле эш, әммә ул төбәк иҡтисадына һәм халыҡҡа файҙа килтерә”, – тине Радий Хәбиров.

Белгестәр билдәләүенсә, инвестиция сәғәттәре – үҙенсәлекле система ҡоралы, уны индереү төрлө проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙы тиҙләтергә мөмкинлек бирҙе. Бынан тыш, инвестор юғары вазифалы кешенән гарантия ала һәм ведомство-ара характерҙағы ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итә ала. Инвестиция сәғәттәре ултырыштарында ҡатнашыусылар составына Башҡортостан власы, урындағы үҙидара органдары һәм беҙҙең төбәктә эшҡыуарлыҡҡа үҫешергә булышлыҡ итеүсе башҡа ойошмалар вәкилдәре лә инеүе осраҡлы түгел.

Республиканың бөтә муниципалитеттары ла аҙна һайын һәр кесаҙна көнө хакимиәттә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” ултырышы үткәрә. Был ултырышта район хакимиәте башлығы шәхсән ҡатнаша, сөнки эшҡыуарҙар менән эшләү, уларға ярҙам итеү – етәксенең мөһим бурысы. Бынан тыш уның иҡтисад буйынса урынбаҫары, райондың бизнес-шәрифтәре лә эшҡыуарҙарҙың иң яҡын дуҫтары.

Нуриман районында ла бындай ултырыштар аҙна һайын тиерлек үтә. Был төбәктәрҙә командировкала булған саҡта хакимиәт башлығының эшҡыуарлыҡты үҫтереү, инвестициялар һәм иҡтисад мәсьәләләре буйынса урынбаҫары – бизнес-шәриф Венера Тәлғәт ҡыҙы Әхийәрова менән осраштыҡ. Ул беҙгә районда эшҡыуарҙар менән эштең нисек ойошторолоуы тураһында һөйләне. Эйе, бында ла һәр муниципалитеттағы кеүек аҙна һайын тиерлек “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” ултырышы үтә. Идея менән килгән, үҙ эшен үҫтерергә теләгән һәр кешене ихлас тыңлайҙар һәм мөмкин булғанса ярҙам итәләр.

Павловка һыуһаҡлағысы урынлашҡан, Ҡыҙыл Шишмә һәм башҡа шифалы сығанаҡтары булған төбәктә эшҡыуарҙар ҙа башлыса туризм йүнәлешен үҫтерергә теләй. Бында бар республикаға ғына түгел, илгә билдәле ял йорттары һәм глэмпингтар булдырылған. Шул уҡ ваҡытта эшҡыуарҙар ҙур булмаған ял урындарын да эшләргә теләй һәм хакимиәткә мөрәжәғәт итә. Бынан тыш йәмәғәт туҡланыуын, сауҙа, юл буйы сервисын үҫтереү, ауыл хужалығы, сәнәғәт проекттары бар. Венера Тәлғәт ҡыҙы әйтеүенсә, районда социаль эшҡыуарлыҡ та әүҙем үҫешә. Мәҫәлән, балалаҙы төрлө яҡлап үҫтереү, төрлө байрамдар үткәреү өсөн киңлектәр булдырыу, һаулыҡ һаҡлау проекттарын булдырырға теләгәндәр арта. Ҡатын-ҡыҙҙар матурлыҡ тармағын һайлай һәм үҙҙәренең хеҙмәттәрен тәҡдим иткән студиялар асыуҙа ярҙам һорай.

Әйткәндәй, элегерәк районда юл буйы сервисы проекттары булмаған тиерлек. Ни тиһәң дә, Нуриман районы һәм уның билдәле туристик урындары Өфөнән сағыштырмаса яҡын урынлашҡан һәм уларға барып еткәнсе туҡтап ял итеү бик кәрәкмәй тип иҫәпләнгән. Тик һуңғы йылдарҙа республикала был тармаҡ ныҡлап үҫешә башлағас, улар ҙа юл буйы сервисы проекттарын әүҙем үҫтереүгә тотонған һәм был йүнәлештә эшләргә теләге булған эшҡыуарҙары саҡыра.

Венера Әхийәрова районда үткән “Инвестиция сәғәт”тәренә айырым туҡталды. Һуңғы биш йылда ошондай ултырыштар һаны – 221 булған, уларҙа 257 проект ҡаралған. Дөйөм инвестиция күләме 11миллирд 945 миллион һум тәшкил иткән. Белгес әйтеүенсә, бында бәләкәй предприятиеларҙың аҡсаһы иҫәпләнмәй, ысынбарлыҡта һандар ҙурыраҡ. Ә иң мөһиме – ошо ваҡытта 1379 яңы эш урыны булдырылған. Бөгөн район халҡының 75 проценты эшҡыуарҙарҙа хеҙмәт итә.

– Бөгөнгө көндә 42 инвестиция проектын алып барабыҙ. Уларҙың алдағы йылдарҙан күскәндәре лә бар, ҡайһы берҙәре бер ай эсендә тормошҡа ашырылып ҡуя, – тине ул.

Райондың дүрт проекты Республика кимәлендәге “Инвестиция сәғәте”нә үткән. Был туризм һәм ауыл хужалығы өлкәһендәге ҙур һәм билдәле предприятиелар.

Райондың эшҡыуарҙарына килгәндә, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ реестрында 489 субъект теркәлгән. Уларҙың берәүһе урта предприятие, 14-е – бәләкәй, 99-ы – микропредприятиелар, 375 шәхси эшҡыуар.

– Беҙ эшҡыуарҙарға һәр ваҡыт шатбыҙ. Ниндәй генә тәҡдимдәр менән килһәләр ҙә һәр береһен тыңларға, мөмкин булғанса ярҙам итергә тырышабыҙ. Хатта ябай кәңәш һорап килгәндәр ҙә бар. Беҙ уларға йүнәлеш бирәбеҙ, ниндәй тармаҡтарҙың ҡыҙыҡлы һәм аҡсалы булыуын аңлатабыҙ. Шуныһы ҡыуаныслы, эшҡыуарҙар ҙа беҙҙең менән ихлас эшләй. Даими рәүештә район эштәрендә, гуманитар йөктәр йыйғанда, МХО-ға ярҙамда, хәйриә ярҙамы күрһәтеп торалар. Беҙ бер-беребеҙгә кәрәк, артабан да бергә эшләйек тибеҙ һәм һәр теләге булғанды “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” ултырышына саҡырып ҡалабыҙ, – тине әңгәмә һуңында Венера Әхийәрова.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас