Иҡтисад
26 Август 2024, 15:30

Был проекттар үтә мөһим

Башҡортостан “Бәләкәй ҡалаларҙы һәм тарихи биләмәләрҙе үҫтереү буйынса иң яҡшы төбәк” номинацияһында уңайлы ҡала мөхитен булдырыу өлкәһендә I Милли премия лауреаты булды.

Был проекттар үтә мөһимБыл проекттар үтә мөһим
Был проекттар үтә мөһим

Башҡортостан “Бәләкәй ҡалаларҙы һәм тарихи биләмәләрҙе үҫтереү буйынса иң яҡшы төбәк” номинацияһында уңайлы ҡала мөхитен булдырыу өлкәһендә I Милли премия лауреаты булды. Республика Башлығы Радий Хәбиров аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә ошо турала хәбәр итте.

– Был бик яҡшы һөҙөмтә. Барыһын да ҡотлайым. Бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи ауылдарҙа уңайлы ҡала мөхите булдырыу буйынса Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәре иҫәбе буйынса Башҡортостан илдә өсөнсө урынды биләй – биш йылда 29 проект. Муниципалитет башлыҡтарының һәм Башҡортостан ҡалаларын үҫтереү институтының эше бик һөҙөмтәле. Бының өсөн ҙур рәхмәт, – тине төбәк етәксеһе. – Бәләкәй ҡалаларҙа һәм район үҙәктәрендә, ысынлап та, яңырыуҙың билдәле бер этабы бара. Әммә эштәр күп әле. “Башҡортостан 3.0” стратегияһының мөһим элементы – республикалағы барлыҡ ҙур тораҡ пункттарҙың үҙгәреүен тамамлау.

Теманы дауам итеп төбәктең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова һөйләүенсә, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты сиктәрендә биш йылда Башҡортостанда дөйөм суммаһы 7 миллиард һумлыҡ 683 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелгән. 2024 йылға тағы 121 киңлекте яңыртыуҙы тамамлау күҙаллана.

Шулай уҡ быйыл Ағиҙелдә, Дүртөйлөлә, Ишембайҙа, Мәләүездә һәм Яңауылда 2022 йылда уңайлы ҡала мөхитен булдырыу Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүсе биш проект буйынса икенсе сират ғәмәлгә ашырылды. Баймаҡта һәм Ишембай районының Верхотор ауылында 2023 йылда еңеүсе проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуға тотондолар. 2024 йылғы конкурста Башҡортостандан тағы ете ғариза ҡатнаша, йомғаҡтар 26 августа кис иғлан ителә.

Башҡортостан проекттары Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстарҙа даими еңеү яулай, тип билдәләне Ирина Голованова. Мәҫәлән, Белореттың “Офоҡ аша уҙ” паркы Беренсе Бөтә Рәсәй парк премияһында “Йыл паркы”на әйләнде. Ә “Йылайырҙы үҙгәртеү” проекты “Иң яҡшы муниципаль тәжрибә” Бөтә Рәсәй конкурсында беренсе урын яуланы.

Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры шулай уҡ ихата биләмәләрен төҙөкләндереү барышы һәм күп фатирлы йорттарға капиталь ремонт үткәреү тураһында ла хәбәр итте.

Шулай итеп, “Башҡортостан ихаталары” республика программаһы сиктәрендә биш йылда 1 326 ихата тәртипкә килтерелде. Ошо маҡсатҡа Башҡортостан бюджетынан 6 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. 2024 йылда 33 муниципалитетта тағы 143 ихата төҙөкләндерелә. Эштәрҙе 30 сентябргә тиклем тамамлау күҙаллана.

Биш йылда 4 мең күп фатирлы йортҡа капиталь ремонт яһалған, шул иҫәптән 2 717 лифт алмаштырылған. 67 аҙ ҡатлы күп фатирлы йорттоң ҡыйыҡтары яңыртылды. 2 744 күп фатирлы йортта 8 меңдән ашыу подъезда комплекслы ремонт үткәрелгән. 2024 йылға 739 күп фатирлы йортҡа капиталь ремонт, биш муниципалитетта 39 күп фатирлы йорттоң 119 подъезын яңыртыу планлаштырылған.

Бынан тыш, 2022 йылдан республика ҡаҙнаһынан йыл һайын муниципалитеттарҙың административ үҙәктәрендә ҡоймаларҙы ҡуйыу һәм алмаштырыу өсөн 100-шәр миллион һум бүленә. Өс йыл эсендә ҡуйылған ҡоймаларҙың дөйөм оҙонлоғо 89 саҡрымдан ашҡан.

2019 йылдан тышҡы яҡтыртыу системаларын яҡшыртыу программаһы буйынса республиканың барлыҡ муниципалитеттарында төбәк бюджеты иҫәбенә 48 меңдән ашыу яңы яҡтыртҡыс ҡуйылған. Быйыл уларға тағы 4 мең өҫтәлә. Шулай уҡ энергия-сервис контракттары сиктәрендә ҡала һәм райондарҙа 94 мең яҡтыртҡыс алмаштырылды.

Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова докладының тағы бер темаһы – махсус техника паркын һәм коммуналь инфраструктураны яңыртыу.

Әйтәйек, 2019 йылдан республика бюджеты иҫәбенә ҡала һәм райондар ихтыяжы өсөн 599 берәмек коммуналь техника һатып алынды. Бынан тыш, финанслауҙың башҡа механизмдары ярҙамында муниципалитеттар үҙҙәре тағы 124 берәмек техника һатып алған.

“Таҙа һыу” федераль проекты сиктәрендә 2019 йылдан Башҡортостан Рәсәй бюджетынан 4,2 миллиард һум йәлеп иткән. Был күрһәткес буйынса республика – Волга буйы федераль округында лидер. Планлаштырылған 23 һыу менән тәьмин итеү объектының 17-һе төҙөлгән дә инде. Быйыл йәнә алтауһы – Бөрө, Ҡыйғы, Кушнаренко, Туймазы, Шишмә райондарында һәм Өфөлә тамамлана. Шул арҡала сифатлы эсәр һыу менән тәьмин ителгән республика халҡының өлөшө 87,6-нан 90,9 процентҡа тиклем артасаҡ.

“Коммуналь инфраструктураны яңыртыу” төбәк программаһы буйынса ете объект төҙөлөп бөткән, тағы ла 14-ендә эштәр бара. Был маҡсаттарға йәмғеһе 1,5 миллиард һум йүнәлтелгән.

Милли именлек фонды аҡсаларын йәлеп итеп, дөйөм хаҡы 8,7 миллиард һумлыҡ 17 проект тормошҡа ашырыла, уларҙың һигеҙе тамамланды ла инде.

Былар Ҡалтасы, Архангел һәм Мораҡ район үҙәктәрендә һәр фатирҙы йылытыу системаларына күсеү, Красноусол, Раевка, Красная Горка, Павловка ауылдарында һәм Белоретта йылылыҡ менән тәьмин итеү сығанаҡтарын реконструкциялау, Үрге Тәтешле ауылында һыу менән тәьмин итеү системаһын төҙөү. 2024 йылға пландар – Учалыла ҡаҙанлыҡ төҙөү, Краснохолмский ауылында ҡаҙанлыҡты реконструкциялау, Өфөлә һыу менән тәьмин итеү һәм һыу бүлеү селтәрҙәрен капиталь ремонтлау һәм реконструкциялау, Ишембай районының Петровский ауылында канализацияның таҙартыу ҡоролмаларын, Стәрлетамаҡта, Нефтекамала һәм Ауырғазы районында һыу менән тәьмин итеү һәм һыу бүлеү селтәрҙәрен яңыртыу.

Махсус ҡаҙна кредиттары иҫәбенә Өфөлә һәм Нефтекамала дөйөм суммаһы 3,5 миллиард һумдан ашыулыҡ һыу тәьминәте һәм һыу бүлеү селтәрҙәре реконструкциялауҙы һәм капиталь ремонтты тамамлайҙар.

Инфраструктура облигациялары механизмын файҙаланып, Ағиҙел аръяғындағы перспективалы төҙөлөш территорияһында биш коммуналь инфраструктура объектын төҙөү дауам итә. Проектты тамамлағандан һуң 35 саҡрымдан ашыу һыу тәьминәте һәм һыу бүлеү селтәрен, тәүлегенә 45 мең кубометр ҡеүәт менән һыу тәьмин итеү ҡоролмаларын һәм тәүлегенә 48 мең кубометр ҡеүәт менән канализация насос станцияһын файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана. Был буласаҡ торлаҡ фондының 9 миллион квадрат метрҙан ашыуын коммуналь инфраструктура менән тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк.

Бынан тыш, Белоретта йылылыҡ селтәрҙәрендә авариялар һаны артыу менән бәйле республика Хөкүмәте селтәрҙәрҙе ремонтлауға 100 миллион һум күләмендә өҫтәмә финанслау бүлде. Эштәр йылытыу миҙгеле башланғансы тамамлана.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров планлаштырылған эштәрҙе билдәләнгән ваҡытта башҡарыу өсөн процестарҙы ҡаты контролдә тоторға ҡушты. Шулай уҡ күләмле проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн “инфраструктура менюһы” федераль ҡоралдарын әүҙемерәк файҙаланырға кәрәк.

– Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ блогы эшен Ағиҙел аръяғы һәм Өфө аръяғы биләмәләрен үҫтереү менән бәйле бөтә эштәрҙе нисек аҙағынаса еткереүегеҙ буйынса баһалаясаҡмын, – тине ул.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас