Иҡтисад
29 Август 2024, 15:20

Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәрен көнө билдәләнде

Төбәк етәксеһе республиканың яғыулыҡ-энергетика комплексы белгестәрен һәм тармаҡ ветерандарын һөнәри байрамдары менән ҡотланы.

Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәрен көнө билдәләндеНефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәрен көнө билдәләнде
Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәрен көнө билдәләнде

29 августа Өфөлә республика Башлығы Радий Хәбиров һәм “Башнефть” компанияһының генераль директоры Владимир Чернов нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы сарала ҡатнашты. Ул “Башҡортостан” дәүләт концерт залында үтте.

Төбәк етәксеһе республиканың яғыулыҡ-энергетика комплексы белгестәрен һәм тармаҡ ветерандарын һөнәри байрамдары менән ҡотланы, шулай уҡ “Башнефть” структураһындағы предприятие һәм ойошма хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградаларын тапшырҙы.

         – Энергетика хәүефһеҙлеге, Рәсәйҙең суверенитеты һәм именлеге, һәр йортта уңайлылыҡ һәм именлек нефть һәм газ тармағына бәйле. Бөгөн дә байрам алдынан нефть сәнәғәте флагманы – “Башнефть” компанияһының коллективына хөрмәт күрһәтәбеҙ. Һеҙҙең етештереү ҡаҙаныштарығыҙ иҡтисадты, инженер һәм юл инфраструктураһын нығытыуға, мөһим социаль программаларҙы тормошҡа ашырыуға, ҡалаларыбыҙҙы һәм ауылдарыбыҙҙы үҫтереүгә һәм төҙөкләндереүгә ҙур өлөш индерә, – тине республика Башлығы. – Ғәҙәттәгесә, компания – төбәк бюджетының төп доноры. 2019 йылдан компаниянан республика бюджетына һалымдар һәм дивидендтар рәүешендә 135 миллиард һум самаһы аҡса килгән. Һуңғы йылдарҙағы ҡатмарлы тормошҡа ҡарамаҫтан, компания углеводород сеймалын сығарыу һәм эшкәртеү кимәлен, юғары инвестиция әүҙемлеген һаҡлай. Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыуға, инновацион технологиялар индереүгә һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға йүнәлтелгән проекттарҙы уңышлы тормошҡа ашыра. Былтыр “Башнефть” тәбиғәтте һаҡлау сараларын финанслауҙы арттырҙы. 2019 йылдан компанияның “йәшел” инвестициялары 34 миллиард һумдан ашып китте.

         Төбәк башлығы “Башнефть” компанияһының социаль программаларын, уның күп кенә республика проекттарында айырыуса әүҙем ҡатнашыуын билдәләне.

         –       Һуңғы биш йылда нефтселәр ярҙамында республиканың 49 районында һәм ҡалаһында 300-ҙән ашыу социаль проект тормошҡа ашырылды. Октябрьскийҙағы боҙ һарайы төп объекттарҙың береһе булып тора, ул иң юғары кимәлдәге ярыштарҙы үткәреүгә әҙер. Шулай уҡ Нуғайҙағы поликлиника ла талап ителгән һәм күптән көтөлгән объект булып тора. Ә бер нисә көн элек Ишембайҙа башҡорт нефтен асыусыларҙың яңыртылған майҙанын астыҡ. Быйыл Благовещенда физкультура-һауыҡтырыу комплексын, Йәрмәкәй районының Йылан-Шишмә ауылында мәктәп асыу планлаштырыла. Халҡыбыҙ мәнфәғәтенә эшләнгән ошондай ҙур ярҙам өсөн ҙур рәхмәт, – тип һүҙен тамамланы республика етәксеһе Радий Фәрит улы.

Тантаналы сара Башҡортостандың сәнғәт оҫталарының һәм ижади коллективтарының байрам концерты менән тамамланды.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.

Автор:Таңсулпан Байтимерова
Читайте нас