ЮЛ ТӨҘӨЛӨШӨ ҺӘМ ТРАНСПОРТ
Юл һәм транспорт мәсьәләләрен хәл итеүгә иғтибарҙың бер ҡасан да кәмегәне юҡ. Был йүнәлештәге алға китештә республикабыҙ Башлығы Радий Хәбировтың роле ҙур, ул ошо өлкәләге бөтә планлаштырылған эштәрҙе даими контролдә тота, төҙөлөш урындарында йыш була. Ул объекттарҙа етәкселәр һәм эшселәр менән аралаша, һөҙөмтәлә эште тиҙләтеү һәм сифатын яҡшыртыу буйынса тәҡдимдәр туплана.
Төбәк етәксеһенең шәхси тырышлығы менән Көнсығыш сығыу юлы проекты ла билдәләнгән ваҡытында тормошҡа ашырылды. Төҙөлөш материалдарына хаҡтарҙың артыуына һәм Көнбайыштың санкция сәйәсәтенә ҡарамаҫтан, Өфөнән Көнсығыш сығыу юлын төҙөү графикка ярашлы барҙы.
Радий ХӘБИРОВ, Башҡортостан Республикаһы Башлығы:
“Юлдар – үтә ҡатмарлы күренеш ул. Әммә был беҙҙең иң мөһим өҫтөнлөк тә булып тора. Кешеләр ҙә быны эшләүҙе һорай, сөнки яҡшы юлдар – уңайлылыҡ ҡына түгел, ә иҡтисадты үҫтереү ҙә. Иң мөһиме – хәүефһеҙлек. Һәйбәт юлдар кешелә юлда бер нәмә лә янамаясағына ышаныс бирә. Һәм был эшкә беҙ аҡсаны йәлләмәйәсәкбеҙ.
(Көнсығыш сығыу юлын асыу тантанаһындағы сығышынан, 2024 йылдың 21 марты).
ФЕКЕР
Дмитрий Енин, Ғәмәли транспорт тикшеренеүҙәре институты директоры:
- Техник күҙлектән ҡарағанда һәм ҡаланың үҙенсәлектәрен иҫәпкә алғанда, Көгсығыш сығыу юлы уңышлы проект иҫәпләнә һәм Өфөләге урам-юл селтәренә көсөргәнешлекте кәметә. Өфө йылғалар менән уратып алынған һәм һәр яңы күпер ҡалаға үҫергә, транспорт ағымын тигеҙерәк көйләргә мөмкинлек бирә. Был шулай уҡ халыҡтың тығыҙлығы күрһәкесенә лә ыңғай йоғонто яһарға һәләтле.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.