Иҡтисад
3 Сентябрь 2024, 10:15

Инвестициялар үҫешен һаҡлау - бик яҡшы күрһәткес

2019-2023 йылдарҙағы биш йыллыҡта һалынған аҡсаның дөйөм күләме 2,3 триллион һумға еткән.

Инвестициялар үҫешен һаҡлау - бик яҡшы күрһәткесИнвестициялар үҫешен һаҡлау - бик яҡшы күрһәткес
Инвестициялар үҫешен һаҡлау - бик яҡшы күрһәткес

2024 йылдың тәүге ярты йыллығында Башҡортостан иҡтисадына инвестициялар күләме 273 миллиард һумға еткән. Был хаҡта 3 сентябрҙә аҙналыҡ оператив кәңәшмә барышында республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.

2023 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда төп капиталға инвестициялар үҫеше 26,6 процент тәшкил иткән. Башҡортостан инвестициялар күләме буйынса Рәсәй төбәктәре араһында 15-се урынды биләй.

Хәҙерге шарттарҙа инвестиция күрһәткестәренең ыңғай динамикаһын һаҡлау мөһим, тип айырып әйтте төбәк етәксеһе.

– Һөҙөмтәләребеҙ яҡшы ғына, улар беҙҙе ҡыуандыра. Иң мөһиме – темпты кәметмәү, алға барыу, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ алдыбыҙға амбициялы маҡсаттар ҡуйҙыҡ. Хәҙер, айырыуса ҡатмарлы осорҙа, инвестициялар үҫешен һаҡлау – ысын мәғәнәһендә яҡшы профессиональ эш ул.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, һуңғы биш йылда республика иҡтисадына инвестициялар 1,5 тапҡырға артҡан, был уртаса Рәсәй күрһәткесенән ике тапҡырға юғарыраҡ. Ә 2019-2023 йылдарҙағы биш йыллыҡта һалынған аҡсаның дөйөм күләме 2,3 триллион һумға еткән.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас