Иҡтисад
5 Сентябрь 2024, 12:15

Балалар өсөн тауар етештереүселәргә – ташламалы кредит

Башҡортостанда Сәнәғәтте үҫтереү фонды уңышлы эшләй. Һуңғы йылдарҙа ул күп сараларҙы бойомға ашырҙы. 

Балалар өсөн тауар етештереүселәргә – ташламалы кредитБалалар өсөн тауар етештереүселәргә – ташламалы кредит
Балалар өсөн тауар етештереүселәргә – ташламалы кредит

Башҡортостанда Сәнәғәтте үҫтереү фонды уңышлы эшләй. Һуңғы йылдарҙа Фонд күп сараларҙы бойомға ашырҙы. Мәҫәлән,  Рәсәйҙә беренселәрҙән булып сәнәғәт предприятиеларына ярҙам итеүгә тәғәйенләнгән “Балалар өсөн тауарҙар” махсус программаһын раҫланы.

Уға ярашлы, балалар өсөн тауар етештереү индустрияһына ташламалы кредит бирелә. Шул иҫәптән – балалар туҡланыуы операторҙарына. Уның маҡсаты – сәнәғәттең ошо тармағына ҡараған предприятиеларҙа хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү.

Республиканың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев әйтеүенсә, балалар өсөн тауар индустрияһына республиканың 84 предприятиеһы инә. Хәҙер улар Сәнәғәтте үҫтереү фондынан йылына бер процент түләү шарты менән 20 миллион һумғасы кредит алырға хаҡлы. Был аҡса продукция етештереү күләмен арттырыуға, етештереү ҡеүәттәрен яңыртыуға тотонола ала. Тимәк, улар өсөн продукцияны төрләндереү, уның сифатын яҡшыртыу мөмкинлектәре лә тыуа. Һөҙөмтәлә уларҙың көнәркәшлек кимәле лә күтәрелер тип көтәбеҙ.

Был ярҙам төрө республика Хөкүмәте ошо төр компаниялар өсөн күрһәткән берҙән-бер сара түгел. Эшмәкәрлек йүнәлешенә ҡарап, улар Сәнәғәте үҫтереү фондының башҡа программалары менән дә файҙалана ала.

Радий ХӘБИРОВ, Башҡортостан Республикаһы Башлығы:

- Сәнәғәт етештереүе һәм иҡтисад – беҙҙең республика Хөкүмәте өсөн төп, нигеҙ бурыс. Һеҙ булмаһағыҙ, һалымдар ҙа, социаль үҫеш тә, башҡа бер нимә лә булмаясаҡ. Шуға күрә сәнәғәт үҫешенә бәйле барлыҡ нимә туранан-тура минең иғтибар үҙәгендә.

(XIX Рәсәй сәнәғәт форумындағы сығышынан, 2022 йылдың 26 феврале).

ФЕКЕР

 Валерий ҒӘЛИЕВ, Башҡортостандың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры урынбаҫары:

- Башҡортостан Хөкүмәте төбәктәге сәнәғәт предприятиеларына ярҙам күләмен үҙем үҫтерә бара, санкциялар һәм ҡайһы бер сит ил компанияларының Рәсәй баҙарынан китеүе шарттарында был үтә лә мөһим. Күптән түгел Республикаға идара итеү үҙәгендә “Башҡортостан Республикаһында йәш сәнәғәтселәр көнө”н үткәреү ҙә шул йүнәлештәге сәйәсәт булып тора.

Автор фотоһы.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас