Иҡтисад
5 Сентябрь 2024, 15:30

“Инвест-сәғәт”тәрҙең һөҙөмтәһе ҙур

Республикабыҙҙың ҡала һәм райондарында быйыл 1314 «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» үткәрелгән, уларҙа 1,7 мең инвестиция проекты ҡаралған — был 2023 йылдың ғинуар-май айҙары менән сағыштырғанда 3 процентҡа күберәк.

“Инвест-сәғәт”тәрҙең һөҙөмтәһе ҙур“Инвест-сәғәт”тәрҙең һөҙөмтәһе ҙур
“Инвест-сәғәт”тәрҙең һөҙөмтәһе ҙур

Республикабыҙҙың ҡала һәм райондарында быйыл 1314 «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» үткәрелгән, уларҙа 1,7 мең инвестиция проекты ҡаралған — был 2023 йылдың ғинуар-май айҙары менән сағыштырғанда 3 процентҡа күберәк. Улар 7,5 мең яңы эш урыны булдырыуҙы күҙ уңында тота. Инвестицияларҙың дөйөм күләме 70 миллиард һум тәшкил итә. Инвесторҙар менән үҙ-ара эш итеү форматы «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.  

“Инвестиция йәлеп итеү һәр муниципалитеттың төп бурысы булырға тейеш”, – ти республика Башлығы. Шуға ла төбәк етәксеһе Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса “Инвестиция сәғәте” осрашыуҙары, республика кимәлендә һөҙөмтәлелеген күрһәтеп, һәр район һәм ҡалала үткәрелә башланы.

Радий ХӘБИРОВ,

Башҡортостан Республикаһы Башлығы:

Беҙ үҙебеҙгә амбициоз бурысты йөкмәнек – иҡтисадҡа инвестициялар йәлеп итергә. Был күрһәткес даими күтәрелә барғанлыҡтан, уны артабан яҡшыртыу йылдан-йыл ҡатмарлыраҡ буласаҡ. Әммә башҡа вариант юҡ. Шуға күрә инвестициялар йәлеп итеү һәр муниципалитет башлығының мөҡәддәс бурысы булырға тейешле”. 

ФЕКЕР

Рөстәм Камалов,

иҡтисад фәндәре кандидаты:

Һис һүҙһеҙ, Радий Фәрит улының башланғысы менән ойошторолған “Инвест-сәғәт”тәр ҙур һөҙөмтә бирә, һәм беҙ быны барыбыҙ ҙа күреп торабыҙ. Улар – меңдән ашыу тормошҡа ашырылған проекттар. Был беҙҙең республиканың иҡтисад үҫтереү буйынса ҡеүәтле драйверға әүерелде”.

Фото: “Башинформ”.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас