Иҡтисад
7 Сентябрь 2024, 10:45

Өс ауылға зәңгәр яғыулыҡ килде!

Яңауыл районының Андреевка, Сәлих һәм Йөгәмеш ауылдары халҡы был шатлыҡлы ваҡиғаны оҙаҡ һәм ҙур түҙемлек менән көтөп алды.  

Өс ауылға зәңгәр яғыулыҡ килде!Өс ауылға зәңгәр яғыулыҡ килде!
Өс ауылға зәңгәр яғыулыҡ килде!

Ошо көндәрҙә Яңауыл районының Андреевка, Сәлих һәм Йөгәмеш ауылдары халҡының тормошонда күптән көткән шатлыҡлы ваҡиға булды – был ауылдарға зәңгәр яғыулыҡ килде!

“Быға юл ябайҙан булманы һәм миңә, район хакимиәте башлығы булған саҡта уҡ, был мәсьәләне төрлө инстанциялар алдында бер нисә тапҡыр күтәреп сығырға тура килде.

Республика етәкселегенең әүҙем эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә мәсьәләне ыңғай хәл итеү мөмкин булды. Республикалағы тораҡ пункттарға газ үткәреүҙә ыңғай тенденцияны күрәбеҙ, был иҡтисадты һәм социаль өлкәне үҫтереү өсөн яңы мөмкинлектәр аса.

Шулай итеп, сентябрь башына Андреевка, Сәлих һәм Йөгәмеш ауылдарын селтәрле газ менән тоташтырыусы 10,2 километрға һуҙылған ҡасаба-ара газ үткәргес төҙөлөшө уңышлы тамамланды. Был – 262 торлаҡ йорт өсөн уңайлыраҡ һәм экономиялыраҡ яғыулыҡҡа күсеү мөмкинлеге”, – тип яҙҙы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Илшат Вәзиғәтов.

Был ауылдарҙа йәшәүселәр шатлыҡлы һәм онотолмаҫлыҡ ваҡиғаны ҙур тантана итеп билдәләне. Ауылдар халҡын БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Илшат Вәзиғәтов, Яңауыл районы хакимиәте башлығы Салауат Ғилмиев һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар тәбрикләне.

“Яңы инфраструктура 19,4 саҡрым оҙонлоҡтағы бүлеү селтәрҙәрен һәм өс газ көйләү пунктын үҙ эсенә ала, был тотороҡло һәм хәүефһеҙ газ тәьминәтен гарантиялай. Йортҡа газ индереүгә 178 ғариза теркәлгән – был халыҡтың яңы яғыулыҡҡа күсергә әҙер булыуы хаҡында һөйләй”, - тип билдәләне район хакимитә башлығы Салауат Ғилмиев.

Фотолар: Яңауыл районы хакимиәтенән.

Өс ауылға зәңгәр яғыулыҡ килде!
Өс ауылға зәңгәр яғыулыҡ килде!
Өс ауылға зәңгәр яғыулыҡ килде!
Өс ауылға зәңгәр яғыулыҡ килде!
Өс ауылға зәңгәр яғыулыҡ килде!
Өс ауылға зәңгәр яғыулыҡ килде!
Өс ауылға зәңгәр яғыулыҡ килде!
Өс ауылға зәңгәр яғыулыҡ килде!
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас