Иҡтисад
11 Сентября 2024, 18:40

Башҡортостандың идара командаһы Рәсәй экспорт үҙәгендә белем арттыра

Бөгөн Рәсәй экспорт үҙәгенең экспорт мәктәбендә «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проектына ярашлы Рәсәй төбәктәренең идара командалары өсөн «Төбәктәр экспорты 2.0. Квалификацияны раҫлау» белем биреү курсы башланды. Курстың үҙенсәлеге шунда: унда ҡатнашыусылар 2024 йылға тиклем экспортты үҫтереү төбәк программаһы йомғаҡтарын ҡарап ҡына ҡалмай, геосәйәси хәлде иҫәпкә алып, программаның яңы проектын да әҙерләй.

Башҡортостандың идара командаһы Рәсәй экспорт үҙәгендә белем арттыраБашҡортостандың идара командаһы Рәсәй экспорт үҙәгендә белем арттыра
Башҡортостандың идара командаһы Рәсәй экспорт үҙәгендә белем арттыра

- 2021 йылда Башҡортостан Республикаһы ошо уҡыуҙы үткән 15 пилот төбәк иҫәбенә инде, бөгөн йомғаҡ яһай башлайбыҙ. Дөйөм алғанда, Рәсәй экспорт үҙәгенең Экспорт мәктәбе менән әүҙем хеҙмәттәшлек итәбеҙ. 2019 йылдан Башҡортостанда «Экспорт форсажы» бизнес-акселераторы тормошҡа ашырыла. Биш йыл эсендә акселерация программаһы буйынса 169 үҙенсәлекле бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты ярҙам алды, 8 компания партнерлыҡ ойошмаларында уҡыу үтте. Экспорт географияһына 20-нән ашыу ил инә, - ти Башҡортостан Республикаһының тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.

Уҡыу осоронда ҡатнашыусылар экспортты үҫтереү программаларын әҙерләү буйынса лекциялар тыңлаясаҡ, практик дәрестәр үтәсәк һәм команда эштәрендә ҡатнашасаҡ.

Башҡортостандан тыш, исемлеккә Алтай, Краснодар һәм Приморье крайҙары, Волгоград Ленинград, Липецк, Түбәнге Новгород, Новосибирск, Омск, Пенза, Рязань, Смоленск һәм Силәбе өлкәләре, Удмурт Республикаһы ингән.

Фото: www.pravitelstvorb.ru сайтынан.

Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас