Иҡтисад
16 Сентябрь 2024, 15:55

Беҙҙең геопарктарҙы белеп торалар

Башҡортостанда геопарктарҙы үҫтереүгә 600 миллион һумдан ашыу йүнәлткәндәр. 

Беҙҙең геопарктарҙы белеп тораларБеҙҙең геопарктарҙы белеп торалар
Беҙҙең геопарктарҙы белеп торалар

Башҡортостанда «Янғантау» һәм «Торатау» геопарктарын үҫтереүгә республика бюджетынан 600 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Был хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған оператив кәңәшмәлә төбәктең эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Гордиенко хәбәр итте.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: «Янғантау» геопаркы Рәсәйҙә һәм элекке Советтар Союзы илдәре биләмәһендә беренсе булып ЮНЕСКО-ның глобаль геопарктар селтәренә инде. 2021 йылда был статусҡа дәғүәселәр исемлегенә «Торатау» геопаркы ла өҫтәлде.

– ЮНЕСКО эксперттарының иҫкәрмәләренә ярашлы, Ғафури, Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондары сиктәрендә «Торатау» геопаркы биләмәһенә үҙгәрештәр индерелде һәм раҫланды, – тип асыҡланы Зөһрә Гордиенко. – 2025 йылдың майына тиклем беҙ халыҡ-ара ойошмаға тейешле документтар ебәрәсәкбеҙ, ә беҙҙең ғаризаны 2025 йылдың сентябрендә ҡарарға планлаштыралар.

2024 йылда ике геопарк та 600 меңдән ашыу туристы ҡабул иткән. Янғантауҙа визит-үҙәк, Рәсәйҙәге беренсе туристик коворкинг, дүрт ял базаһы, шул иҫәптән ике тирмә эко-отеле эшләй, шулай уҡ «Салауат ере» тарихи-мәҙәни комплексы һәм федераль әһәмиәттәге археология ҡомартҡыһы булған Иҙрис мәмерйәһе халыҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. «Торатау» ҡунаҡтары өсөн ике визит-үҙәк, алты тирмәле этнокомплекс һәм Торатау шиханына хәүефһеҙ экологик һуҡмаҡ булдырылған.

– Геопарктарҙа барлығы 40-тан ашыу инфраструктура инвестиция проекты тормошҡа ашырыла, – тине Зөһрә Гордиенко. – Өҫтәмә инвестициялар йәлеп итеү маҡсатында туризм инфраструктураһын үҫтереү өсөн тәғәйенләнгән ер участкалары реестры төҙөлдө. Даими рәүештә яңы урындар эҙләйбеҙ һәм исемлекте тулыландырабыҙ.

2024 йылдың сентябрендә «Янғантау» һәм «Торатау» геопарктары Мәскәүҙә туризм буйынса «Отдых Leisure 2024» халыҡ-ара күргәҙмәһендә тәҡдим ителәсәк.

Башҡортостан Башлығы геопарктар буйынса республика Попечителлек советының сираттағы ултырышын үткәрергә ҡушты. Унда биләмәләрҙе үҫтереүҙең перспективалы йүнәлештәрен, шул иҫәптән яңы объекттар төҙөү һәм асыу мәсьәләләрен дә, ҡарарға кәрәк.

– Хәҙер беҙ быға тиклем эшләнгәнде популярлаштырабыҙ, был шулай уҡ мөһим. Шул уҡ ваҡытта кешеләрҙе йәлеп итеүсе яңы инфраструктура объекттары ла барлыҡҡа килергә тейеш, – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров. – Бөгөн үк был исемлекте асыҡларға һәм алға барырға кәрәк. Барыһы ла аныҡ булһын – ниндәй объект һәм ҡасан төҙөйәсәкбеҙ, шунда уҡ йылы ла күрһәтелһен.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас