Иҡтисад
27 Сентябрь 2024, 13:45

Финанс белеме барыһына ла кәрәк

Өфөлә журналистар өсөн финанс грамотатылығы буйынса семинар үткәрелде.

Финанс белеме барыһына ла кәрәкФинанс белеме барыһына ла кәрәк
Финанс белеме барыһына ла кәрәк

Өфөлә журналистар өсөн финанс грамотатылығы буйынса семинар үткәрелде.

“Халыҡтың финанс буйынса белемен күтәрә барыу – беҙҙең эштәге төп йүнәлештәрҙең береһе ул”, – тине, журналистар алдында сығыш яһап, Башҡортостандың финанс министры вазифаһын башҡарыусы Светлана Малинская. – “Был эшмәкәрлектә беҙгә Финанс тикшеренеүҙәре үҙәге ҙур ярҙам күрһәтә. Хеҙмәттәштәрем көн һайын тип әйтерлек предприятиеларҙағы коллективтар менән осраша, һәр кем белергә тейешле финанс төшөнсәләрен һәм алымдарын ябай тел менән аңлатырға тырыша. Бвнда һүҙ нигеҙҙә һалым түләүҙәре, пенсия тупланмалары, финанс хәүефһеҙлеге тураһында бара”.

Башҡортостан Башлығының Матбуғат хеҙмәте етәксеһе Диана Сәфәрғәлиева әйтеүенсә, һуңғы бер йыл эсендә генә лә республика халҡы телефон аша мутлашыусыларға 1,5 миллиард һум аҡса күсергән. Ул граждандарҙың аҡсаһын урлау буйынса бөгөн ҡулланылған бөтә схемалар тураһында һөйләп сыҡты. Был алдау схемалары тураһында халыҡҡа Республикаға идара итеү үҙәге лә мғлүмәт биреп тора.

Финанс журналисы, “Семейные финанссы – это просто” китабы авторы Инна Филатова кредиттар, аҡса тупланмалары, һалымдар һәм алдаҡсылар тураһында материалдар яҙыу тәжрибәһе менән уртаҡлашты.

“Башҡортостандың Финанс тикшеренеүҙәре үҙәге”нең финанс грамоталылығы департаменты директоры урынбаҫары Светлана Вәлиева оҙайлы аҡса тупланмалары программаһы һәм уның нисек эшләүе тураһында һөйләне.

Фото: “Башинформ”.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас