Иҡтисад
30 Сентябрь 2024, 16:55

Һөйләшеү файҙаға ғына

Сарала республикабыҙҙан 300-ҙән ашыу эшҡыуар һәм үҙмәшғүл ҡатнашҡан.

Һөйләшеү файҙаға ғынаҺөйләшеү файҙаға ғына
Һөйләшеү файҙаға ғына

Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, "Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғыстарын яҡлау" милли проекты сиктәрендә "Мой бизнес" Республика Башкортостан "Стратегируй -2025" тигән онлайн-форум ойошторолдо. Сарала республикабыҙҙан 300-ҙән ашыу эшҡыуар һәм үҙмәшғүл  ҡатнашҡан.

– Был эшҡыуарлыҡ тураһында һөйләшеү майҙансығы түгел, ә һәр эшҡыуарға яңылыҡ эҙләү ҙә, бәйләнештәр булдырыу ҙа, төрлө йәһәттән кәңәштәр алыу ҙа, – тип һөйләй Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры урынбаҫары Илнур Таҡтаев.

Форум подкаст форматында үткән. Спикерҙар һәм эксперттар иһә - эшҡыуарлыҡты үҫтереү институттарынән вәкилдәр.

Башҡортостандың кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса агентлыҡ директоры Вадим Үтәшев әйтеүенсә, республикабыҙҙа "Мой бизнес" Башкортостана" үҙәгенең эше маҡтауға лайыҡ.

Фото: Pinterest

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас