Иҡтисад
3 Октябрь 2024, 12:35

Төньяҡ баш ҡаланан ҡунаҡтар килде

Өфөгә Санкт-Петербург Закондар сығарыу Йыйылышы рәйесе Александр Бельский етәкселегендәге делегация  рәсми сәфәр менән килде. 

Төньяҡ баш ҡаланан ҡунаҡтар килдеТөньяҡ баш ҡаланан ҡунаҡтар килде
Төньяҡ баш ҡаланан ҡунаҡтар килде

Ҡунаҡтар Рәсәй Геройы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәм милли геройыбыҙ Салауат Юлаев һәйкәлдәренә сәскәләр һалды. Шулай уҡ көндөң тәүге яртыһында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Президиум ағзалары менән осрашыу үтте һәм Рәсәй Федерацияһының ике субъекты парламенттары араһында Хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.

Осрашыуҙы асып, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Башҡортостан менән Санкт-Петербург араһындағы мөнәсәбәттәрҙең бөтә өлкәләрҙә лә үҫешеүе һәм нығыныуы хаҡында һөйләне.

- Йылдан-йыл тауар әйләнеше арта, туризм тармағында, мәғарифта, фәндә, мәҙәниәттә үҙ-ара эшмәкәрлек киңәйә, предприятиелар һәм ойошмалар араһында тура бәйләнештәр булдырыла, - тине Константин Толкачев. - Һис шикһеҙ, был изге мөнәсәбәттәрҙең нигеҙе илебеҙ тарихында, уның үҫеш үҙенсәлектәрендә, меңдәрсә кешеләр яҙмышында ята.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай менән Санкт-Петербург Закондар сығарыу Йыйылышының үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеүенә­ – 10 йыл. Бөгөн килеп, парламент-ара хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеү, заман талаптарын һәм саҡырыуҙарын иҫәпкә алып, яңыртылды.

Ошондай уҡ эшлекле осрашыу Башҡортостан Хөкүмәтендә лә үтте. Төньяҡ баш ҡала делегацияһын сәләмләп, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров, Санкт-Петербург менән Башҡортостанды күптәнге дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре бәйләй, һуғыш йылдарында Ленинградтан эвакуацияланған предприятиелар һәм учреждениелар, ябай граждандар республиканың заманса тышҡы ҡиәфәтен формалаштырыуға тос өлөш индерҙе, тип билдәләне.

- Бөгөн төбәктәребеҙҙең эшҡыуарлыҡ берләшмәләре үҙ-ара әүҙем эш итә. Ғәҙәттәгесә, Башҡортостан делегацияһы Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы эшендә лә ҡатнаша. Быйыл ғына 100 миллиард һумдан ашыуға килешеүҙәр төҙөнөк. Дөйөм алғанда, беҙҙең хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса пландар ҙур. Беҙ уны артабан үҫтерергә әҙер, - тип өҫтәне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы.

Санкт-Петербургтың Закондар сығарыу Йыйылышы рәйесе Александр Бельский Башҡортостан ерендә йылы ҡабул иткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Төньяҡ баш ҡаланан ҡунаҡтар килде
Төньяҡ баш ҡаланан ҡунаҡтар килде
Төньяҡ баш ҡаланан ҡунаҡтар килде
Төньяҡ баш ҡаланан ҡунаҡтар килде
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас