2024 йыл башынан Башҡортостан Республикаһы аграрийҙары 9,1 миллиард һумға 1,9 мең берәмек техника һатып алған. Төбәк хужалыҡтары 9 айҙа төрлө тартыу класындағы 265 трактор, 147 иген йыйыу һәм 20 үҙйөрөшлө мал аҙығы йыйыу комбайны, 35 үҙйөрөшлө һиптергес, 5 юғары етештереүсәнле сөгөлдөр йыйыу комбайны, 396 берәмек тупраҡ эшкәртеү һәм сәсеү машиналары һәм ҡорамалдары, башҡа төр техника һатып алған.
– 2030 йылға тиклем төбәктең ауыл хужалығы етештереүселәре тағы ла 3 мең трактор, 1,2 мең иген йыйыу комбайны, 250 мал аҙығы йыйыу комбайны һатып алыу планлаштыра, – тине БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. - Был энергия менән тәьмин итеү күрһәткесен 100 гектар сәсеү майҙанына 210 ат көсөнә еткерергә, ә иген йыйыу комбайндарына йөкләмәне берәмегенә 350 гектарға тиклем кәметергә мөмкинлек бирәсәк.
2019 йылдан республикала агросәнәғәт комплексын технологик яңыртыу уңышлы бара. Биш йыл эсендә техника һәм ҡорамалдар һатып алыу темпы ике тапҡырға артҡан. 56 миллиард һумға 16 меңдән ашыу берәмек һатып алынған. Төп баҫым импортты алмаштырыуға яһала.
Белешмә: Башҡортостанда агросәнғәт комплексының техник паркын яңыртыу буйынса төбәк программаһы эшләй, уның сиктәрендә аграрийҙарға ауыл хужалығы техникаһын һатып алыуға сығымдарҙың 50 процентын ҡаплайҙар. Биш йыл эсендә, 2019 - 2023 йылдарҙа, Башҡортостан ауыл хужалығы етештереүселәренә программа сиктәрендә 7,2 миллиард һум субсидия бүлгәндәр.
Фото һәм мәғлүмәт: https://pravitelstvorb.ru/news/25131/