Иҡтисад
18 Октябрь 2024, 13:00

Мал-тыуарҙы ҡышҡа әҙерләйек

Йорт хайуандарының һаулығын ҡайғыртыр мәл етте.

Мал-тыуарҙы ҡышҡа әҙерләйекМал-тыуарҙы ҡышҡа әҙерләйек
Мал-тыуарҙы ҡышҡа әҙерләйек

Әлшәй районы буйынса ветеринария идаралығы хеҙмәткәрҙәре малдарҙы ҡышҡылыҡҡа әҙерләү менән шөғөлләнә: уларға прививкалар яһайҙар, хужалары менән һөйләшәләр, аңлатыу эше алып баралар.

Ветеринарҙар документтары булмаған мал-тыуар, ҡош-ҡорт алырға кәңәш итмәй. Икенсе төбәктән һатып алырға йыйынһағыҙ, мотлаҡ мал табибы менән кәңәшләшегеҙ. Яңы һатып алынғандарға 30 көнлөк карантинда тороу өсөн бүлмә хәстәрләгеҙ. Мал-тыуар, ҡош-ҡорт ауырып китмәһен өсөн уларҙы дөрөҫ ашатығыҙ, сифатлы ашлыҡ һатып алығыҙ, ауырып китһәләр, ветеринарға мөрәжәғәт итегеҙ.

Фотолар Әлшәй районы ветеринария хеҙмәтенән алынды.

Мал-тыуарҙы ҡышҡа әҙерләйек
Мал-тыуарҙы ҡышҡа әҙерләйек
Мал-тыуарҙы ҡышҡа әҙерләйек
Мал-тыуарҙы ҡышҡа әҙерләйек
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас