Абхазия Президенты Аслан Бжания Өфөнән Абхазияға тура авиарейс ебәрергә тәҡдим иткән. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәт кәңәшмәһендә республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығына был мәсьәләне төплө өйрәнергә ҡушты.
– Был тура рейсты булдырырға кәрәк. Әленән эшләй башлағыҙ. Был тәҡдим һигеҙ ҡалаға ебәрелгән, шул иҫәптән Өфөгә лә. Беҙҙең бурыс – унда осасаҡ авиакомпанияны табыу. Бындай мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырырға ярамай, – тине Радий Хәбиров.
Абхазияла аэропорт әле төҙөлөп бөтөп килә. Уны быйыл йыл аҙағында, йәки киләһе йыл башында эшкә ҡушасаҡтар. Был популяр туристик йүнәлеш буйынса осорға теләүселәр күп булыр тип көтөлә. Шулай уҡ Радий Фәрит улы Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығына был мәсьәләне туризм йәһәтенән өйрәнергә ҡушты.
Башҡортостан менән Абхазияны элек-электән дуҫтарса мөнәсәбәттәр бәйләй. Республика көнөндә Ағиҙел ярында был дуҫлыҡты символлаштырған Колоннада асылды. Тура авиабәйләнеш республикаларҙы тағы ла яҡынайтыр һәм туристарға уңайлылыҡ тыуҙырыр тип көтөлә.
Фото: "Молодежная газета".