Бәләбәйҙең “Автонормаль” заводы (Ростех дәүләт корпорацияһына инә) 2024 йылдың туғыҙ айында керемде уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда туғыҙ процентҡа арттырған, ә саф табышты – 29 процентҡа. Был хаҡта предприятиеның генераль директоры Андрей Карпов Хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә хәбәр итте.
1971 йылда нигеҙ һалынған “БелЗАН” илдең автомобиль тармағын беркетеү әйберҙәре һәм пружиналары менән тәьмин итә. Улар иҫәбендә Рәсәйҙең ҙур автомобиль етештереүселәре – “АвтоВАЗ” һәм “КамАЗ” бар.
Предприятие етәксеһе әйтеүенсә, производствола 2,8 мең кеше эшләй. Компания үҙ ҡеүәттәрен үҫтереүгә әүҙем инвестициялай. 2024 йылдың туғыҙ айында, мәҫәлән, технологик процесты модернизациялауға 93 миллион һум йүнәлтелгән. 2025 йылға пландарҙа – йыллыҡ етештереү күләмен ағымдағы 27 мең тоннанан 30 мең тоннаға тиклем арттырыу.
Бынан тыш, предприятиеның технологик потенциалын киңәйтеү өсөн завод импортты алмаштырыу программаһы сиктәрендә йөк автомобилдәре өсөн эске яныулы двигателдәр клапандарын етештереүҙе үҙләштерергә, шулай уҡ баҙарҙа талап ителгән ҡатмарлы беркетеү деталдәре әҙерләргә планлаштыра.
Предприятиела, айырыуса күп хеҙмәт талап иткән операцияларҙа, белгестәр етешмәй, тип билдәләне Андрей Карпов.
– Яйға һалыусылар, һырлаусылар, станок операторҙары талап ителә – бөтәһе 141 кеше. 2024 йылда эш хаҡы 18,9 процентҡа индексацияланды. Атап әйткәндә, һигеҙ сәғәт сменаһында 5-се разрядлы эшсенең хеҙмәт хаҡы 53 870 һум тәшкил итә. 2024 йылдың сентябрендә, төп эштән тыш эште иҫәпкә алғанда, ундай белгестең хеҙмәт хаҡы 75 мең һумдан ашты. Шулай уҡ хеҙмәткәрҙәргә өҫтәмә финанс ярҙамы саралары ла күрһәтелә. Ул – предприятиела туҡланыу дотацияһы, хеҙмәткәрҙәрҙе эшкә бушлай алып барыу һәм алып ҡайтыу, торлаҡты ҡуртымға алыу һәм йәйге балалар ялы сығымдарының бер өлөшөн компенсациялау, матди ярҙам түләү, – тип һөйләне Андрей Карпов. – Бынан тыш, етештереү ҡеүәттәрен автоматлаштырыу, ауыр эш талап итеүҙе кәметеү һәм контроль-сорттарға айырыу операцияларын булдырмау буйынса бурыстар ҡуябыҙ.
Башҡортостан Башлығы компанияның эш һөҙөмтәлелеген юғары баһаланы һәм кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү өсөн Бәләбәйҙә колледждар эшләүен, уларҙа өҫтәмә урындар булдырырға һәм предприятие ихтыяжы өсөн белгестәр әҙерләргә мөмкин булыуын өҫтәне. Төбәк етәксеһе республиканың Мәғариф һәм фән министрлығына ошо йәһәттән тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.
– Белгестәрҙең етешмәүе – республика һәм тотош Рәсәй буйынса көнүҙәк мәсьәлә. Үҙ яғыбыҙҙан ярҙам күрһәтергә әҙербеҙ – беҙҙә үҙ-ара килешеп эш итеү ҡоралдары бар. Предприятие уҡыу йорто менән туранан-тура эшләй, – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров. – Хәҙер алға ҡарау, шул иҫәптән етештереүҙе автоматлаштырыуға һәм роботлаштырыуға күсеү мөһим.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.