Иҡтисад
25 Октябрь 2024, 16:10

Яңы башланғыстар хупланды

Өфө вентиляторҙар заводы директоры Александр Ефремов Өфөлә төҙөлөш арматураһы етештереү өсөн производство комплексы проекты тураһында һөйләне.

Яңы башланғыстар хупландыЯңы башланғыстар хупланды
Яңы башланғыстар хупланды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республика Йортонда сираттағы “Инвестиция сәғәте”н үткәрҙе. Унда сәнәғәттә һәм хеҙмәттәр өлкәһендә яңы башланғыстар ҡаралды.

Өфө вентиляторҙар заводы директоры Александр Ефремов Өфөлә төҙөлөш арматураһы етештереү өсөн производство комплексы проекты эшләү тураһында һөйләне.  Бының өсөн предприятие майҙаны эргәһендә 15,4 мең квадрат метр майҙанды биләйәсәк бина төҙөүҙе планлаштыралар. Яңы продукция күләме йылына 60 мең тонна тәшкил итәсәк. Производствоны үҫтереү буйынса пландар 2033 йылға тормошҡа ашырыласаҡ, 105 эш урыны булдырыласаҡ. Инвестиция һалыуҙары 2,7 миллиард һум булыуы көтөлә. Проект өҫтөнлөк менән файҙаланасаҡ, һалым льготалары  биреләсәк.

 Проект кураторы Руслан Әсәҙуллин “Октябрьскхиммаш” компанияһының Октябрьский ҡалаһында бәләкәй диаметрлы йөйһөҙ торбалар производствоһын ойоштороу  башланғысы менән сығыш яһаны. 311 миллион һум аҡса һалынасаҡ. Яңы предприятиены сафҡа индереү 30 эш урыны булдырырға булышасаҡ. Проект һалым льготаларынан файҙаланасаҡ, ер участкаһы ҡуртымға биреләсәк, шулай уҡ инвесторға сәнәғәт үҫеше  федераль фондынан льготалы заем алыуҙа ярҙам күрһәтеләсәк.

“РентаУфа” компанияһының коммерция  директоры Радмир Ғибаҙуллин Өфөнөң Дим районында автосервис предприятиеһы төҙөү проекты менән таныштырҙы. 140 миллион һум аҡса һалып, инвестор автомойка, автомобилдәрҙе ремонтлау комплексы, шиномонтаж пункты төҙөүҙе планлаштыра. Өфө ҡала хакимиәте ер участкаһын ҡуртымға биреүҙә ярҙам күрһәтәсәк. Проектҡа өҫтөнлөклө статус бирелде.

“Газстройсервис” компанияһы директоры Рәмил Ғәбдрәҡипов  Өфөлә  автомобиль газ тултырыу компрессор станцияһы төҙөү проекты тураһында һөйләне. Төҙөлөшкә 50 миллион һум аҡса һалынасаҡ. Фекер алышыу һөҙөмтәһендә был проектҡа ла өҫтөнлөклө статус бирелде, һалым льготаларынан файҙаланыу мөмкин буласаҡ.

“СтройЗаказ” йәмғиәте Салауат ҡалаһында  “Бургер-Кинг”  рестораны төҙөүҙе планлаштыра. Компания директоры Евгений Пчелин үҙенең ниәттәре менән уртаҡлашты. Инвестиция күләме – 152  миллион һум, 38 эш урыны булдырыласаҡ.

Фото: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/184744.html

 

***

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас