Әлшәй районында эшкәртеү предприятиелары исемлеге тағы бер заманса предприятие менән тулыланды. “Элипсмол” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең етештереү цехы быйыл май айынан эш башланы. Предприятиеның генераль директоры урынбаҫары Айнур Әхмәҙиев компанияның эшмәкәрлеге һәм ошо ваҡыт эсендә башҡарылған эштәрҙән тыш, хәл итәһе бурыстар менән дә таныштырҙы. “Әле предприятиела 67 кеше эшләй, әммә эшсе көстәргә ихтыяж бар, производство нескәлектәрен белгән инженер-техник хеҙмәткәрҙәр талап ителә”, – тине ул.
“Элипсмол” компанияһының районда яңы цех асып, унда майһыҙландырылған сыр, аҡ май, эремсек етештереү ниәте тураһында былтыр уҡ билдәле булғайны. Ошондай уҡ майҙанда күрше Шишмә районында фирма тәүлегенә 70 тонна һөт эшкәртә. Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән “Инвестиция сәғәте”ндә үҙенең проекты менән сығыш яһаған предприятие етәксеһе Александр Захторенко әйтеүенсә, уларҙың продукцияһына ихтыяж ҙур, шуға күрә проиводствоны киңәйтеү маҡсатҡа ярашлы буласаҡ. Һөҙөмтәлә Раевкала цех төҙөүгә 292 миллион һум аҡса һалынып, уны эшкә ҡушыуҙы тиҙләтеү, айына ике цех тарафынан 375 тонна сыр, 246 тонна аҡ май, 30 тонна майһыҙландырылған эремсек етештереү буйынса бурыс билдәләнде. Инвесторҙарҙың киләсәктә Үзбәкстан һәм Ҡытай баҙарҙарына сығыу, табыш алыу уйы ла бар. Компания һалым льготаларынан файҙаланасаҡ һәм ҡорамалдар һатып алыуға сығымдар өлөшләтә ҡайтарыласаҡ.
“Элипсмол” ярымфабрикат – ҙур һорау менән файҙаланған “Кальята” сыр продукты етештереү менән билдәле. Был аҙыҡ моцарелла, сулугуни һәм башҡа йомшаҡ сырҙар һәм сыр продукттары етештергәндә киң ҡулланыла. Әлшәй районы өсөн был яңы һәм перспективалы йүнәлеш, ти етәкселәр. Тимәк, үҙебеҙҙең сыр ҙа, май ҙа буласаҡ! “Элипсмол” предприятиеһының район иҡтисады үҫешенә һиҙелерлек өлөш индерәсәгенә ышаныс ҙур. Проекттың үҙенсәлеге шунда – производствола импортты тулыһыса алмаштырыу күҙәтелә. Сеймал сифатында урындағы йәмғиәт ойошмаһында етештерелгән майһыҙландырылған һөт ҡулланыла.
– Әле йөҙ тонна һөт эшкәртәбеҙ, май, кальята етештерәбеҙ, пахтанан эремсек эшләйбеҙ һәм заводтарға оҙатабыҙ, – ти Айнур Тәлғәт улы. – Эш хаҡы яҡшы. Хәҙер беҙ табыш менән эшләй башланыҡ, тимәк, киләсәктә иҡтисади күрһәткестәрҙең тағы ла яҡшырасағына өмөт бар.
“Элипсмол” йәмғиәте Стәрлетамаҡ ҡалаһында 2022 йылдың мартында теркәлгән. Ойоштороусылары – аталы-уллы Александр һәм Егор Захторенколар. Эшҡыуарҙарҙың өлкәне шулай уҡ 2018 йылда Смоленск ҡалаһында теркәлгән “Элипс технолоджи” фирмаһына етәкселек итә, ойошма ҙур табыш менән эшләй. Ул һөт продукттары, йомортҡа һәм май аҙыҡ-түлектәрен күмәртәләп һатыу менән шөғөлләнә.
Раевкала ырамлы аҙымдар менән эш башлаған яңы предприятиеның район тормошона һәм иҡтисади үҫешенә ҙур этәргес буласағына, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы булған яңы эш урындары ойоштороласағына ышаныс бар.
Динә Арыҫланова.
Әлшәй районы.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.