Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырҙы.
– Урып-йыйыу осоро тамамланды, йомғаҡ яһарға ла ваҡыт етте, – тине Радий Хәәбиров. – Башҡортостан күп йылдар Рәсәйҙең аграр төбәге исемен йөрөтә. Беҙ һөт, һыйыр ите, бал, ҡымыҙ етештереүҙә алдынғылыҡты бирмәйбеҙ. Хатта һауа торошо уңай булмаған йылдарҙа ла аграрийҙар мул иген йыйҙы – 3,2 миллион тонна ашлыҡты бураларға һалды. Техник культуралар буйынса рекордҡа тиң уңыш көтөлә.
Радий Хәбиров әйтеүенсә, һыйыр малдарына оҙайлы ҡышҡы осорға етерлек мал аҙығы әҙерләнгән, заманса комплекстар төҙөлә. Аграрийҙарға ярҙамға яһалма интеллект, роботтар, биотехнологиялар, осоу аппараттары килә. Тимәк, хеҙмәт етештереүсәнлеге артасаҡ, мул уңышҡа өмөт итә алабыҙ.
Башҡортостан Башлығы ҡулынан юғары бүләктәр алған ауыл уңғандары киләсәктә лә ең һыҙғанып эшләйәсәген әйтте.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.