Өфөләге "Торатау" конгресс-холында агросәнәғәт комплексында ал-ял белмәй тир түгеүсе бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт һәм ведомство наградалары тапшырылды. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәзрахманов билдәләүенсә, иҡтисади хәлгә һәм һауа торошоноң ҡатмарлыҡтарына ҡарамаҫтан, быйыл да ауыл уңғандары көҙгө урып-йыйыу эштәрен тамамлаған.
– Иген культураларын ваҡытында йыйып алдыҡ, шәкәр сөгөлдөрө рекордҡа тиң уңыш бирҙе, – тине Илшат Илдус улы. – Беҙҙә индустриаль һөт фермалары төҙөлә, шулай уҡ ҡошсолоҡ һәм сусҡасылыҡ тармаҡтары үҫешһен өсөн төҙөлөш йылдам бара. Башҡортостанды тулыһынса аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүҙән тыш, күршеләрҙе лә онотмайбыҙ, уны сит илгә лә оҙатабыҙ.
Илшат Фәзрахманов иң беренсе урында кешеләрҙең тороуына баҫым яһаны. Ғөмүмән, агросәнәғәт комплексында 50 мең тирәһе хеҙмәткәр иҫәпләнә, тағы ла 50 меңдән ашыу кеше аҙыҡ-түлек тармағында ең һыҙғанып эшләй.
Фойела бай күргәҙмә эшләне, бүләкләнеүселәрҙең һәр береһе киләсәктә лә ижтиһад һаласағы тураһында әйтте.