Йәлдәк ауылындағы “Зарипов” крәҫтиән (фермер) хужалығындағы хәлдәр тураһында Әхләф Зарипов һөйләне.
- 72 гектар майҙанда арыш сәстек. Киләһе йылғы уңышҡа нигеҙ һалынды: 780 гектар майҙанда сәсеү өсөн ер эшкәртелде. Хужалыҡта йөҙҙән ашыу мал аҫрала. Йәй осоронда көтөүсе Илгиз Хәйруллин малдарҙы һәйбәт ҡараны. Бына инде дүрт йыл ул беҙҙең хужалыҡта эшләй, - ти Әхләф Зарипов.
Фермалар малдарҙы ҡышлатыуға әҙер. Шулай ҙа ер туңмайынса, улар көтөүлектә буласаҡ.
- Һауа торошо мөмкинлек биргәндә, малдарҙы көтөүлектә тотасаҡбыҙ. Иректә йөрөгән малдар көр һәм сәләмәт була, - ти Илгиз Хәйруллин.
Автор: Гөлназ Хужина.