Иҡтисад
2 Ноябрь 2024, 09:30

Ҡырмыҫҡалы икмәк комбинатында “асыҡ ишектәр” көнө

Уҡыусылар каникул мәлендә икмәк бешереү серҙәренә өйрәнде

Ҡырмыҫҡалы икмәк комбинатында “асыҡ ишектәр” көнөҠырмыҫҡалы икмәк комбинатында “асыҡ ишектәр” көнө
Ҡырмыҫҡалы икмәк комбинатында “асыҡ ишектәр” көнө

Уҡыу йылы башланыу менән Ҡырмыҫҡалы икмәк комбинатында мәктәп уҡыусылары өсөн экскурсиялар башланды. Көҙгө каникулдар мәлендә иһә экскурсиялар һаны бермә-бер артҡан.

Комбинат белгестәренең маҡсаты – уҡыусыларҙы етештереү процесы менән генә таныштырыу түгел, ә һөнәр төрлөлөгөн күрһәтеү. Уҡыусыларға айырыуса икмәк бешереүсе һөнәре оҡшай. Бер икмәкте бешереү өсөн күпме көс һалынғанын үҙ күҙҙәре менән күреп аптырайҙар икән балалар.

Экскурсия мәлендә уҡыусылар белгестәргә һорауҙар биргән, әле генә мейестән сыҡҡан икмәктән ауыҙ иткән.

Фотолар Ҡырмыҫҡалы икмәк комбинатынан алынды.

Ҡырмыҫҡалы икмәк комбинатында “асыҡ ишектәр” көнө
Ҡырмыҫҡалы икмәк комбинатында “асыҡ ишектәр” көнө
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас