Иҡтисад
9 Ноябрь 2024, 16:00

“Зарипов икмәге” иң тәмлеһе!

Һәр беребеҙҙең өҫтәлендә хуш еҫле, туҡлыҡлы, тәмле икмәк булһын!

“Зарипов икмәге” иң тәмлеһе!“Зарипов икмәге” иң тәмлеһе!
“Зарипов икмәге” иң тәмлеһе!

Магазин кәштәләре бөгөн төрлө икмәк-булка изделиеларынан һығыла, теләгәнен һайла. “Тик, беҙҙеңсә, иң тәмле, хуш еҫле икмәкте бары беҙҙең ауылда ғына бешерәләрҙер кеүек. Ҡалала йәшәгән таныш-тонош, дуҫ-иш һәр саҡ Раевкалағы Ринат Зарипов пекарняһынан икмәк алып килеүҙе һорай”, тип яҙа “Альшеевские вести”.

“Зарипов икмәге”н ауылдаштар  яратып ала. “Зариф” пекарняһы бына нисәмә йыл инде бай ассортименты, тәме менән дан тота. Бөгөн Ринат Мөхәмәтзариф улы районда билдәле  эшҡыуар ғына түгел,  ә йомарт, ярҙамсыл меценат та. Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгәндәр һәм инвалидтар өсөн ойошторолған сараларҙы үткәреүҙә, социаль проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнаша. Беҙ эшҡыуарға киләсәктә ҙур уңыштар теләйбеҙ. Һәр беребеҙҙең өҫтәлендә хуш еҫле, туҡлыҡлы, тәмле икмәк булһын!

Фото: https://alshvesti.ru/articles/obshchestvo/2024-11-06/zapah-hleba-3997609?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=105798211

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас