Иҡтисад
12 Ноябрь 2024, 16:40

“Алға” өсөн 700 хеҙмәткәр

Кадрҙар әҙерләүгә иғтибар ҙур.

“Алға” өсөн 700 хеҙмәткәр“Алға” өсөн 700 хеҙмәткәр
“Алға” өсөн 700 хеҙмәткәр

“Алға” махсус иҡтисади зонаһында тормошҡа ашырылған инвестиция проекттары өсөн кадрҙар туплау, уҡытыуҙы ойоштороу тураһындағы һорауҙы күтәрҙеләр Премьер-министр вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров етәкселегендәге Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында.

- Эшһеҙлек тотороҡло рәүештә кәмегән шарттарҙа эш биреүселәрҙән тәҡдимдәрҙең артыуы күҙәтелә. Бөгөн республика банкында 52 мең тирәһе вакансия күрһәтелгән, был йыл башындағы күрһәткестән  5 мең тирәһенә күберәк. Республиканың Мәшғүллек үҙәге предприятиеларға кадрҙар йәлеп итеүгә, һаҡлауға йүнәлтелгән саралар комплексын тормошҡа ашыра. Шул иҫәптән “Алға” зонаһында алып барылған инвестиция проекттары өсөн кадрҙар туплана һәм уҡытыла, - тине Андрей Назаров.

Республика Хөкүмәте ҡушыуына ярашлы, “Алға” зонаһы резиденттары өсөн кадрҙар әҙерләү тураһында ентекле итеп Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Юрий Мельников һөйләне.

Фото: Башкортостан Хөкүмәте сайтынан.

 

   . 

 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас