12 ноябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Легпром-2024” бишенсе форум-күргәҙмәлә ҡатнашты. Был сара “ЭКСПО” комплексында бара.
Асыу тантанаһы республика етештереүселәренең һәм дизайнерҙарының заманса кейем коллекцияларын күрһәтеүҙән башланды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәбрикләү һүҙҙәрендә еңел сәнәғәт хеҙмәткәрҙәренә төбәктең иҡтисадын нығытыуға индергән өлөштәре өсөн рәхмәтен белдерҙе.
-Күпселек еңел сәнәғәт предприятиелары етәкселәре менән мин шәхсән таныш. Уларҙың ҙур теләк менән производстволарын үҫтереүҙәрен, коллективтары тураһында хәстәрлек күреүҙәрен дә беләм. Был коллективтарҙа күбеһенсә ҡатын-ҡыҙҙар хеҙмәт итә. Хеҙмәтегеҙ, тармаҡты үҫтереүгә булған теләгегеҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт, - тине Радий Хәбиров. - Дөйөм алғанда еңел сәнәғәт – минең өсөн үҙенсәлекле тарих. Минең фекеремсә, был тармаҡты үҫтереү илебеҙ һәм республикабыҙ өсөн милли идеяларҙың береһе булырға тейеш.
Төбәк етәксеһе Башҡортостанда еңел сәнәғәт предприятиеларының йылдам үҫешен дә иғтибарға алды.
-Республикала көндәлек һәм спорт кейемен тегергә өйрәнделәр. 2022 йылдан хәрбиҙәр өсөн формалар тегеү оҫталыҡтарын арттырҙылар. Егеттәр уларҙың ныҡ та, уңайлы ла булыуын билдәләй, - тине Башҡортостан Башлығы.
Радий Хәбиров телекүпер режимында “РиаПласт”яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең тегеү-әҙерләү цехын эшләтеп ебәреүҙә ҡатнашты.
Башҡортостан етәксеһе еңел сәнәғәт предприятиелары күргәҙмәләрен дә ҡараны. Дәүләт ярҙамын алған Башҡортостан етештереүселәре үҙҙәренең әйберҙәренең иң яҡшы өлгөләрен күрһәтте.
Башҡортостан Башлығы республикала һуңғы биш йылда еңел сәнәғәт производствоһы күләменең 1,5 тапҡырға артыуын билдәләне.
-Был яҡшы темп. Беҙ хәрби һәм эшселәр, мәктәп һәм ҡатын-ҡыҙҙар кейемен тегә беләбеҙ. Ишембай ойоҡбаш фабрикаһы эшләй. Минең гардеробымда Нетекама һәм Өфө компанияларының кейемдәре бар. Әлегә республикабыҙҙа ирҙәр күлдәге, костюмдар етештерелмәй. Шуға ла үҙҙәренең продукцияһын күрһәтергә белорустарҙы саҡырҙыҡ. Беҙҙә этник кейемдәр күп, халыҡ кәсебен дә әүҙем үҫтерәбәҙ – был да еңел сәнәғәт, - тине Радий Хәбиров.
Фото:Башҡортостан Башлығы сайтынан.