12 ноябрҙә Өфөлә Рәсәй сәнәғәт форумы һәм “Еңел сәнәғәт-2024” күргәҙмәһе майҙансыҡтарында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров видеобәйләнеш режимында яңы етештереү комплекстары эшенә старт бирҙе.
- Бөтә форумдарҙа ла республика территорияһында яңы технологик линияларҙы башлайбыҙ. Быны ҡәнәғәтләнеп эшләйбеҙ. Заманса производстволар яйға һалынған хеҙмәт коллективтары, квалификациялы инженер кадрҙары, грамоталы менеджмент булдырыуға булышлыҡ итә. Һәммәһенә лә сәнәғәтебеҙҙең артабанғы үҫешендә уңыштар теләйем, - тине Радий Хәбиров.
Предприятиелар вәкилдәре ғәмәлгә ашырылған проекттар менән таныштырҙы.
Мәҫәлән, нефть-газ табыу компанияларына технологик ярҙам күрһәтеүгә махсуслашҡан “Бурсервис” компаниялар төркөмө Өфөлә скважиналарҙы ремонтлау өсөн инструменттар сығарыу линияһын сафҡа индерҙе. “Бурсервис” компанияһының производствоны үҫтереү буйынса директоры Сергей Буйлов хәбәр итеүенсә, яңы комплекс төҙөүгә 280 миллион һум аҡса һалынған. Был 150 эшсе урындары булдырырға мөмкинлек биргән.
– Беҙҙең эшмәкәрлектең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе – производствоны мөмкин тиклем локалләштереү һәм импортҡа бәйлелекте арттырыу. 2023-2024 йылдарҙа үҙебеҙҙең производстволарҙы үҫтереүгә 450 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлттек, - тине Сергей Буйлов. - Яңы технологик линияны эшкә ҡушыу етештереү күләмен арттырырға һәм сығарылған продукцияның ассортиментын киңәйтергә мөмкинлек бирәсәк.
“Туймазытехуглерод” компанияһы ғәмәлдәге майҙансыҡта техник углерод бөртөктәре линияһын монтажланы. Уны резина һәм абсотехник изделиелар етештереүҙә, атап әйткәндә, шиндар етештереүҙә ҡулланалар. Инвестиция башланғысы шул иҫәптән Башҡортостандың Сәнәғәтте үҫтереү фондының льготалы займына ла тормошҡа ашырылған.
“Туймазытехуглерод” компанияһының директорҙар советы рәйесе Әхәт Ғәзизов республика етәкселегенә проектҡа ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм, яңы линия хеҙмәт етештереүсәнлеген 2,5 тапҡырға арттырырға мөмкинлек бирәсәк, тип билдәләне.
- Ошо производствоны ойоштороуға компания 600 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтте. Киләсәктә юғары әүҙем углерод сығарыу өсөн 800 миллион һумлыҡ тағы ла бер линия төҙөргә ниәтләйбеҙ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Әхәт Ғәзизов.
Туймазы районында тормошҡа ашырылған тағы ла бер проект - беренсел сеймал өсөн һаҡлағыс ҡаптар - йомшаҡ вагон өҫтәмәләре һәм лайнер-бэгтар әҙерләү буйынса тегеү производствоһын булдырыу.
160 миллион һумлыҡ технологик комплекс төҙөү тәҡдиме менән бөртөклө материалдар һәм аҙыҡ-түлек өсөн төрөү материалдарын әҙерләүгә һәм етештереүгә махсуслашҡан “РиаПласт” компанияһы сығыш яһаны. Продукция ассортименты - аҙыҡ-түлек һәм төҙөлөш материалдарын ташыу һәм һаҡлау өсөн тәғәйенләнгән йомшаҡ контейнерҙар. Сығарылған төрөү материалы Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә ихтыяж менән ҡуллана – уны Ҡаҙағстанға һәм Үзбәкстанға экспортлайҙар.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылда “РиаПласт” компанияһының яңы етештереү цехы төҙөлөшө буйынса проекты “Сәнәғәт сәғәте”ндә ҡаралды. Дәүләт ярҙамы саралары сифатында предприятиеға ташламалы шарттарҙа ер участкаһы бүленгән.
“РиаПласт” компанияһы директоры урынбаҫары Марат Шәйҙуллин республика етәкселегенә проектҡа ярҙам күрһәткәндәре өсөн рәхмәт әйтте.
- Беҙҙең предприятие Волга буйы федераль округында иң ҙур контейнерҙар етештереүсе булып тора. Яңы участка асылыу менән беҙ предприятиеның экспорт мөмкинлектәрен ярайһы уҡ киңәйтәсәкбеҙ, - тине Марат Шәйҙуллин.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.