Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
15 Ноябрь , 22:10

Октябрьский халҡы ярҙам өсөн рәхмәтле

  263 миллион һумға төшкән  юл “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Стимул” федераль программаһына ярашлы төҙөлдө.

Октябрьский халҡы ярҙам өсөн рәхмәтле
Октябрьский халҡы ярҙам өсөн рәхмәтле

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Октябрьский ҡалаһына эш сәфәре барышында  33-сө микрорайонда төҙөлгән яңы юл буйынса хәрәкәтте асты. 263 миллион һумға төшкән юл “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Стимул” федераль программаһына ярашлы төҙөлдө.

Яңы юлдың оҙонлоғо 2,44 километр тәшкил итә. Проектҡа ярашлы тротуарҙар һәм велосипед юлдары һалынды. Микрорайонда күп ҡатлы 13 йорт, 1100 уҡыусыға иҫәпләнгән мәктәп һәм 300 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөү планлаштырыла. Республика етәксеһе ҡала халҡы менән әңгәмәләште, Октябрьскийға һәр саҡ ҙур теләк менән килеүен билдәләне.

–Ҡала үҫә, яңы йорттар һалына. Бөгөн ҡайһы бер эре сәнәғәт предприятиеларында булдыҡ. Улар уңышлы эшләй, хеҙмәткәрҙәренә яҡшы хеҙмәт хаҡы түләй. Республика үҙ яғынан социаль объекттар төҙөүҙә ярҙам итәсәк. Беҙ әле былтыр асылған Боҙ һарайына яҡын урында торабыҙ. Бассейн төҙөй башланыҡ, – тип билдәләне Радий Хәбиров.

Ҡала халҡы Башҡортостан Башлығына уларҙың башланғыстарын хуплағаны һәм Октябрьскийҙың социаль-иҡтисади үҫешендә ярҙам иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе.

Олег Яровиков фотоһы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: