Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Октябрьский ҡалаһына эш сәфәрендә “Пакер” ғилми-етештереү фирмаһы эшмәкәрлеге менән танышты. Предприятие пакер-якорь ҡорамалдары һәм скважина компоновкалары етештерә.
Компания директоры Марат Нағуманов билдәләүенсә, “Пакер” 1992 йылдан эшләй һәм илдең тиҙ үҫеүсе эре, юғары технологиялы 30 предприятиеһы исемлегенә инә.
– Беҙ скважина эсендәге ер аҫты ҡорамалын хеҙмәтләндереү, эшләү, етештереү һәм тәьмин итеү менән Рәсәйҙең һәм яҡын сит илдәрҙең бөтә предприятиелары өсөн эшләйбеҙ,– ти Марат Нағуманов. – Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә сервис үҙәктәре һәм вәкиллектәр бар. “Пакер” шулай уҡ метрологик тәьмин итеү буйынса хеҙмәттәр күрһәтә.
Башҡортостан Башлығы предприятие цехтарында булды һәм етәкселек менән етештереүҙе үҫтереү перспективалары тураһында фекер алышты. Республика етәксеһе шулай уҡ медицина блогын ҡараны һәм Һаулыҡ һаҡлау министрлығына компанияны “ПроМед” системаһына тоташтырыу мөмкинлеген өйрәнеүҙе ҡушты.
Башҡортостан Башлығы журналистар менән предприятиела булыу тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
– Был - ынтылыш менән үҫеүсе һәм бик ҡыҙыҡлы компания, – тип йомғаҡланы фекерен Радий Хәбиров. – Бында кешеләрҙең хеҙмәте нисек ойошторолған, уларға мөнәсәбәт нисек– барыһын да ҡараным, был, моғайын, иң мөһимелер. Компанияның бында эшләгән кешеләргә һәм уларҙың хеҙмәтенә хөрмәт һаҡлауы ҙур әһәмиәткә эйә. Предприятиеға именлек һәм уңыштар теләйем!
Фото: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/185597.html