Благовещен районының Булат ауылында йәшәгән крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Артур Әхмәтов йәшелсәләрҙән ҡабаҡты айырыуса үҙ итә. Йылдан-йыл был йәшелсә популярлыҡ та яулай барыуын иҫәпкә алған ул. Әйткәндәй, ҡабаҡтан 400-ҙән ашыу төрлө аҙыҡ әҙерләргә була.
Артур Әхмәтов быйыл 70 сутый ерҙә ҡабаҡ үҫтергән. Төрлө сорттар алып ултыртһа ла, иң оҡшағандары - "жемчужная" һәм "весенняя". Улар айырыуса тәмле булған.
- Йыл ямғырлы булғас, уңыш өсөн хәүефләндем. Төбөнән серей башлар тип ҡурҡтым. Уңышты йәрминкәләр мәлендә сығарып һатам. Һатып алыусыларға беҙ эшләгән цукаттар айырыуса оҡшай. Уны эшләр өсөн ҡабаҡты турайым да шәрбәтле һутта бер аҙ тотам. Шунан махсус киптергестә киптерәм. Ныҡ тәмле килеп сыға. Файҙалы ла, - ти Артур Валерьевич.
Ҡабаҡтан тыш фермер картуф һәм һарымһаҡ үҫтерә.
Фотолар Благовещен районы хакимиәтенән алынды.