Бөгөн, 16 ноябрҙә, Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Алтай Республикаһы Башлығы, төбәк Хөкүмәте рәйесе Андрей Турчактың осрашыуы булды. Унда министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре лә ҡатнашты. Көн тәртибендә – иҡтисадтың һәм социаль өлкәнең төрлө тармаҡтарындағы хеҙмәттәшлекте үҫтереү.
Башҡортостан Башлығы ике республиканың үҙ-ара мөнәсәбәттәрен нығытыуҙың һәм берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙың мөһимлеген билдәләне.
– Был сәфәр өсөн Алтай Республикаһы делегацияһына ҙур рәхмәт. Андрей Анатольевич, һеҙҙең өсөн был – республика етәксеһе вазифаһында Рәсәй төбәгенә тәүге визит, һәм һеҙҙең тап беҙгә килеүегеҙ өсөн рәхмәтлебеҙ, - тине Радий Хәбиров. - Башҡортостан менән Алтайҙы уртаҡ тарихи тамырҙар бәйләй. Һәм, әлбиттә, беҙҙең ике республика хеҙмәттәшлегенең ҙур потенциалы бар.
Радий Хәбиров Башҡортостан менән Алтай араһындағы хеҙмәттәшлектең аныҡ йүнәлештәренә туҡталды. Улар иҫәбендә – туризм, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, шулай уҡ мәҙәниәт һәм спорт.
Алтай Башлығы Андрей Турчак Башҡортостан етәкселегенә делегацияны ҡабул иткәне һәм эш сәфәренең бай программаһы өсөн рәхмәт белдерҙе.
– Республикаларыбыҙ араһында хеҙмәттәшлек күптән булдырылған. Әммә хәҙерге этапта берлектәге эш йүнәлештәрен ярайһы уҡ киңәйтәбеҙ, - тине Андрей Турчак.
Осрашыу барышында Радий Хәбиров менән Андрей Турчак Башҡортостан Хөкүмәте менән Алтай Республикаһы Хөкүмәте араһында сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник һәм социаль-мәҙәни өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Ошо документ нигеҙендә төбәк-ара эш итеүҙе үҫтереүҙең юл картаһын әҙерләргә ниәтләйҙәр.
Шулай уҡ Радий Хәбиров менән Андрей Турчак ҡатнашлығында ике төбәктең һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтары араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә лә ҡул ҡуйыу тантанаһы уҙҙы.
Бынан тыш, яҡтар Башҡортостан делегацияһының 2025 йылға яуап сәфәрен әҙерләү тураһында һөйләшеп килеште.
Сығанаҡ: glavarb.ru