Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
16 Ноябрь , 18:45

Белоретта Уҡытыусылар скверы яңы төҫ алған

Быйыл бында ҙур булмаған дүрт йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелгән. 

Белоретта Уҡытыусылар скверы яңы төҫ алған
Белоретта Уҡытыусылар скверы яңы төҫ алған

Уҡытыусылар скверында эскәмйәләр, аҫылмалы бәүелсәктәр, видеокүҙәтеү камералары ҡуйылған, урамдар яҡтыртылған.

Скверҙы бәләкәй архитектура формаһы – уҡытыусы һәм уҡыусы фигураһы биҙәй. Үҙенсәлекле һындарҙың скульпторы – Сергей Ёлкин. Скульптураның бейеклеге – 2,5 метр самаһы, ул металдан һәм тимер-бетондан эшләнгән.

Был эштәр Белоретта уңайлы ҡала мөхитен булдырыу федераль программаһы буйынса алып барыла. Уның буйынса ЗАГС эргәһендә һәм Ағиҙел күпере аръяғындағы яр буйында, Блюхер исемендәге скверҙа биләмәләр төҙөкләндерелә.

“Эштәрҙе башҡарыусыларға рәхмәт белдерәм. Әйткәндәй, Белорет халҡы ла ҡалала матурыраҡ һәм уңайлыраҡ булһын өсөн эштәрҙең сифатлы булыуы менән ҡыҙыҡһына. Хәҙер ҡала халҡының бурысы – булдырылғанды һаҡлау, боҙмау һәм емермәү, сөнки ремонтҡа аҡса беҙҙең, урындағы бюджеттан китә, ә хәҙер ул сикле”, - тип яҙҙы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта.

Сығанаҡ: vk.com/beloradm

Белоретта Уҡытыусылар скверы яңы төҫ алған
Белоретта Уҡытыусылар скверы яңы төҫ алған
Белоретта Уҡытыусылар скверы яңы төҫ алған
Белоретта Уҡытыусылар скверы яңы төҫ алған
Белоретта Уҡытыусылар скверы яңы төҫ алған
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: