Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ултырышында Премьер-министр вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров етәкселегендә төбәктә бизнесҡа микрофинанс ярҙамын үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде.
- Ғәмәлдәге льготалы финанс программалары сиктәрендә микрофинанслау ихтыяж буйынса икенсе ярҙам сараһы булып тора. Быйыл ғына илебеҙҙә уны 10 мең бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекты файҙаланған. Бындай популярлыҡ предприятиеларҙың кредит сараларын банктарға ҡарағанда уңайлыраҡ ставкалар буйынса йәлеп итеүе, ә килешеүҙе хеҙмәтләндереү арзаныраҡҡа төшөүе менән бәйле, – тип аңлатма бирҙе Андрей Назаров.
Бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа микрофинанс ярҙамы федераль кимәлдә генә түгел, төбәк кимәлендә лә тормошҡа ашырыла, тип билдәләне Министрҙар кабинеты башлығы.
Был һәр субъекттың үҙенсәлекле ихтыяждарын иҫәпкә алырға мөмкинлек бирә һәм ресурстарҙы файҙаланыуҙың маҡсатҡа ярашлылығын тәьмин итә. Республикабыҙҙа был функцияны 2009 йылдан алып Башҡортостан микрокредит компанияһы башҡара.
Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Гордиенко сығышында әлеге ваҡытта Башҡортостан микрокредит компанияһының капиталы 927 миллион һум тәшкил итеүе хаҡында һөйләне.
Компанияла йылына 4,5 проценттан 16 процентҡа тиклем ставка буйынса 3 йылға 5 миллион һумға тиклем льготалы микрозаймдар бар, ә ғаризаны ҡарау ваҡыты өс көнгә тиклем тәшкил итә. Быйыл яңы льготалы категория алыусылар иҫәбенә социаль, йәштәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар бизнесы вәкилдәре, яңы эш башлаусы эшҡыуарҙар һәм башҡалар индерелгән.
Башҡортостан микрокредит компанияһы «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам» милли проектын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнаша. Өс маҡсатлы күрһәткес билдәләнгән, уларҙың икәүһе буйынса план күрһәткестәре арттырып үтәлгән. Өсөнсө күрһәткес йыл аҙағына тиклем етәсәк.
- Башҡортостан микрокредит компанияһы үҙ эшендә һанлы сервистарҙы әүҙем ҡуллана, ғаризаларҙың 100 проценты Рәсәй бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ платформаһы аша килә, һәм был күрһәткес буйынса компания илдә беренсе урынды биләй. Бынан тыш, быйыл үҙмәшғүлдәр өсөн яңы продукт – «Партнерлыҡ займы” индерелде, - тип хәбәр итте Зөһрә Гордиенко.
Андрей Назаров процент ставкалары үҫеше шарттарында дәүләт ярҙамы күләмен һаҡлап ҡалыу кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығына Башҡортостан микрокредит компанияһы капиталын файҙаланыуҙың һөҙөмтәлелеген 90 процентҡа тиклем арттырыуҙы тәьмин итергә ҡушты.
Фото: pravitelstvorb.ru