Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
19 Ноябрь , 14:30

Башҡортостандан делегация Мәскәүҙә ҙур эш башланы

Бөгөн сара сиктәрендә мөһим осрашыу үтте.

Башҡортостандан делегация Мәскәүҙә ҙур эш башланы
Башҡортостандан делегация Мәскәүҙә ҙур эш башланы

19 ноябрҙә төбәк Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы Мәскәүҙә “Транспорт аҙналығы“ сиктәрендә үткән XVIII халыҡ-ара “Рәсәй транспорты“ тармаҡ күргәҙмәһе майҙансығында эш башланы.

Эшлекле сара майҙансығында республика Башлығы ВТБ банкы идараһы рәйесе – президенты Андрей Костин менән осрашты. Яҡтар дәүләт-шәхси партнерлыҡ принциптарында социаль һәм юл инфраструктураһы проекттарын тормошҡа ашырыу перспективаларын тикшерҙе.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, төбәктең ВТБ төркөмө менән хеҙмәттәшлеге 2022 йылдың июнендә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында ҡул ҡуйылған килешеү менән нығытылды. ВТБ банкы ҙур проекттарҙы финанслауҙа, атап әйткәндә, Өфөнән Көнсығыш сығыу юлын төҙөүҙә ҡатнаша.

Осрашыуҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ВТБ банкы менән хеҙмәттәшлектең ыңғай тәжрибәһен билдәләне, шулай уҡ берлектәге бер нисә перспективалы проекттарҙы билдәләне.

– Өфөнән Көнсығыш сығыу юлы ҡала юл селтәрен һиҙелерлек кәметте. Унда трафик күрһәткестәре көслө. Ошо ҡаҙаныштар менән генә туҡтап ҡалмайынса, яңы объекттар төҙөүҙә алға барыу мөһим, – тине Радий Хәбиров. – Өфө өсөн иң актуаль транспорт проекттарының береһе – баш ҡаланың төньяҡ өлөшөндәге Интернациональ урамында Ағиҙел йылғаһы аша автомобиль күпере бар. Был шулай уҡ юғары үткәреү һәләтенә эйә булған бик ҙур ҡоролма. Уны беҙ концессия нигеҙендә төҙөй алабыҙ.

Тағы ла бер ҙур башланғыс – вуз-ара студенттар кампусының икенсе сиратын төҙөү. Республика уны “Фән һәм университеттар” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашыра. Төбәк етәксеһе ВТБ төркөмөнә проектта ҡатнашырға тәҡдим итте.

ВТБ етәксеһе Башҡортостан менән артабан хеҙмәттәшлек итеү менән ҡыҙыҡһыныуын белдерҙе һәм коллегаларына федераль берлектә финанслауҙы йәлеп итеү өсөн билдәләнгән проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙың финанс моделдәрен эшләргә ҡушты.

Фото: glavarb.ru

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас: