Юрий Куликов, мәҫәлән, Башҡортостанға электр ярҙамында йөрөгән пассажир суднолары менән тәьмин итеү мөмкинлектәре тураһында һөйләне. Компания республикабыҙҙа ошо рәүешле экологик круиздарҙы үҫтерергә тәҡдим итә. Электр суднолары иҡтисади яҡтан отошлораҡ, сөнки яғыулыҡҡа сығым күп китмәй.
Ю. Куликов, республикала зарядлау инфраструктураһын булдырыу бындай судноларҙы ҡулланыуҙы арттырыр, ә был, үҙ сиратында, һыу транспортын үҫтереүгә булышлыҡ итер ине, тип билдәләне.
Радий Хәбиров Башҡортостан өсөн был төр транспортты үҫтереүҙәең мөһимлеген айырып билдәләне. Элекке хеҙмәттәшлек ярайһы матур һөҙөмтәләр бирҙе. Артабан үҫешеү өсөн дә мөмкинлектәр бар, тине ул.
– Киләһе йылда йылдам ғына эшләһәк, 2026 йылда компания беҙгә электрлы катерҙар флоты менән киләсәк, – тине Р. Хәбиров.
Сығанаҡ: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/185782.html