Башҡортостан Республикаһында 2023 йылға милек һәм кешеләрҙең килеменә һалымды түләү буйынса ҡағыҙҙарҙы таратыу дауам итә. Килемдән һалымды (НДФЛ) һалым агенты алып ҡала. Әгәр ниндәй ҙә сәбәп буйынса һалым агенты алып ҡала алмаһа, ул һалым түләүсегә хәбәр итергә тейеш.
Иғтибар итегеҙ: Рәсәй биләмәһендәге банкта вкладтары булғандарға быйыл беренсе тапҡыр килемдән һалымды (НДФЛ) түләгәндә процент рәүешендә түләргә кәрәк буласаҡ. Һалым суммаһы банктарҙан алынған мәғлүмәттәр нигеҙендә иҫәпләнә. Был мәғлүмәттәр Рәсәй Һалым хеҙмәтенең “Физик шәхестәр өсөн” интернет-сервисында күрһәтелә. Ул һәм “Һалымдарҙә һәм иғәнәләрҙе түләү” хеҙмәте уңайлы һәм иң шәп ысулдарҙың береһе һанала. Һалым түләү тураһында яҙылған бланк бар икән, банкоматтарҙа, банктар һәм Рәсәй почтаһы бүлексәләрендә түләргә була.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл һалым түләү ваҡыты 2 декабрҙә тамамлана.
Автор фотоһы.