Улар пассажирҙар ташыусы хеҙмәттең көнүҙәк мәсьәләләрен һәм Өфөнән яңы рейстар асыу перспективаларын тикшерҙе.
Компания самолеттарының осоу йүнәлештәре географияһы Башҡортостан халҡының һорауҙарына яуап бирә, тип билдәләне төбәк етәксеһе. Шул уҡ ваҡытта республика билет хаҡын кәметеү өсөн эске рейстарҙа осоу хаҡының бер өлөшөн субсидиялай.
“Азимут” компанияһының Директорҙар советы рәйесе Павел Удод хәбәр итеүенсә, 2024 йыл йомғаҡтары буйынса Өфөнән авиаташыусы рейсы менән юлға сыҡҡан пассажирҙарҙың дөйөм һаны 180 мең кеше кимәлендә көтөлә. Был уҙған йылдың ошо уҡ күрһәткесенән күпкә юғарыраҡ. Былтыр был күрһәткес 120 мең пассажир тәшкил иткән.
– Башҡортостан – компаниябыҙҙың үҫеш статистикаһында ошондай ыңғай динамикаға эйә булған бер нисә төбәктең береһе. Һауа суднолары паркын яҡшы хәлдә тоторға тырышабыҙ, республиканың баш ҡалаһынан яңы маршруттар әҙерләйбеҙ, – тип билдәләне Павел Удод.
Бынан тыш, Радий Хәбиров менән Павел Удод Өфө – Таулы Алтай йүнәлешен асыу мөмкинлектәрен тикшерҙе. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Башлығы ошо мәсьәләне 2024 йылдың ноябрендә Алтай Республикаһы делегацияһы менән киңәйтелгән осрашыуҙа билдәләне.
Фото: glavarb.ru