Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
19 Ноябрь , 20:30

М-7 "Волга"ның яңы участкаһы ҡасан төҙөлөп бөтөргә тейеш?

19 ноябрҙә Мәскәүҙә, XVIII "Рәсәй транспорты" халыҡ-ара форумында Радий Хәбиров Федераль юл агентлығы (Росавтодор) етәксеһе Роман Новиков менән осрашты. 

М-7 "Волга"ның яңы участкаһы ҡасан төҙөлөп бөтөргә тейеш?
М-7 "Волга"ның яңы участкаһы ҡасан төҙөлөп бөтөргә тейеш?

Ике яҡлы һөйләшеүҙә уртаҡ инфраструктур проекттарҙы тормошҡа ашырыу барышы тикшерелде. Улар араһында - М-7 "Волга" федераль трассаһының Башҡортостандың биш ауылы - Исәмәт, Үрге Йәркәй, Лаяшты, Ишҡар, Әсән - янынан үткән 65 саҡырымға һуҙылған өлөшөн төҙөп бөтөүгә ҡағылышлы мәсьәләләр. Шуныһын билдәләргә кәрәк: төҙөлөш материалдары ташыу арҡаһында 77,9 саҡрымға һуҙылған юлға зыян килде, ул Дүртөйлө, Илеш, Баҡалы, Бөрө һәм Саҡмағош райондары буйлап үтә. 

Башҡортостан Башлығы 2025 йылдан юлды төҙөкләндереү өсөн өҫтәмә рәүештә федераль финанслау бүлеү мөмкинлеген ҡарарға тәҡдим итте. 

"Росавтодор" етәксеһе республикабыҙ менән хеҙмәттәшлек итеүҙе юғары баһаланы һәм яңы участканың 2024 йылдың аҙағына тиклем төҙөп бөтөлөрө тураһында хәбәр итте. 

– Ә 2025 йылда, хатта башта планлаштырғанға ҡарағанда күберәк тә итеп, зарар килгән республика юлдарын рәтләрбеҙ,- тине Роман Новиков.

Радий Хәбиров менән Роман Новиков шулай уҡ Өфөлә Ағиҙел аша һалынған күперҙең Галле округы урамы башындағы өлөшөн ремонтлау мөмкинлектәрен дә барланы. 

https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: