Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
19 Ноябрь , 21:15

Радий Хәбиров форумдағы беренсе көн һөҙөмтәләрен барланы

Башҡортостан делегацияһы Мәскәүҙә,  XVIII "Рәсәй транспорты" халыҡ-ара форумы-күргәҙмәһендә беренсе эш көнөн тамамлай. Ул "Транспорт аҙналығы-2024" сараларына ярашлы үтә.  

Радий Хәбиров форумдағы беренсе көн һөҙөмтәләрен барланы
Радий Хәбиров форумдағы беренсе көн һөҙөмтәләрен барланы

Башҡортостан Республикаһы вәкилдәре көн оҙоно эшлекле осрашыуҙарҙа, сессияларҙа һәм фекер алышыуҙарҙа ҡатнашты. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров журналистар менән әңгәмәлә тәүге эш көнөнөң һөҙөмтәләрен барланы. 

Республикабыҙ стенды, ғәҙәттәгесә, күргәҙмә ҡунаҡтарының иғтибарын ныҡ йәлеп итә. Бында Рәсәй субъекттары етәкселәре, министрҙар, компания, ведомстволар етәкселәре күпләп килә. 

Башҡортостан быйыл күргәҙмәлә ҙур юл проекттарын - Өфөнөң "Көньяҡ ҡапҡаһы"н, Көньяҡ урау юлын, Интернациональ урамы башында Ағиҙел йылғаһы аша күпер һәм башҡа инфраструктур проекттарҙы тәҡдим итте. Улар барыһы ла республикала тормошҡа ашырылып килә. 

"Рәсәй транспорты" форумына транспорт системаһын үҫтереүгә, юл инфраструктураһын булдырыуға өлөш индергәндәр йыйыла. Беҙ ҙә бында йыл да киләбеҙ. Бында осрашыуҙар йыш үткәрелә. Нимә тураһында һөйләшәбеҙ - бөтәһе лә протоколдарҙа яҙыла. 

Даими, ентекле эшләп, М-5 һәм М-7 федераль трассаларының республикабыҙ аша үткән өлөштәрен дүрт һыҙатҡа тиклем киңәйтеү эшен дә аҙағына тиклем еткерәсәкбеҙ, тип әйткәйнем инде. Р-240 юлының Стәрлетамаҡтан Ергәнгә тиклем өлөшөн дә киңәйтәбеҙ. Киләһе йыл Дүртөйлө - Әсет юлында хәрәкәт асыласаҡ, ул М-12 трассаһының дауамы була.

Юл фондын тулыландырыу буйынса ла һөйләштек. Киләһе йылдарҙа ул артасаҡ, һәм был аҡса республикалағы юлдарҙы ҡарау һәм үҫтереүгә, шулай уҡ насар урындарын рәтләүгә тотоноласаҡ", - тип һығымталар яһаны Радий Хәбиров. Ул Өфөнән тура рейс менән осорға мөмкин булған ҡалаларҙы арттырыу, "ВодоходЪ" компанияһы менән һыу транспортын үҫтереү буйынса һөйләшеү, "Өфө ҡулсаһы" һәм "Сибай - Подольск - Новорудная" тимер юл транспортына ҡағылышлы эре проекттар тураһында һөйләшеүҙәргә лә туҡталды. "Бында кәрәкле коллегаларҙы кабинеттар буйлап эҙләп йөрөмәйенсә, шунда уҡ осратып һөйләшеү мөмкинлеге булыуы яҡшы. Иртәгә лә эшләйбеҙ әле, осрашыуҙар бихисап. Беренсе көн ярайһы уңышлы булды", - тип уртаҡлашты республика етәксеһе журналистар менән.

Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/185804.html

 

 

Радий Хәбиров форумдағы беренсе көн һөҙөмтәләрен барланы
Радий Хәбиров форумдағы беренсе көн һөҙөмтәләрен барланы
Радий Хәбиров форумдағы беренсе көн һөҙөмтәләрен барланы
Радий Хәбиров форумдағы беренсе көн һөҙөмтәләрен барланы
Радий Хәбиров форумдағы беренсе көн һөҙөмтәләрен барланы
Радий Хәбиров форумдағы беренсе көн һөҙөмтәләрен барланы
Радий Хәбиров форумдағы беренсе көн һөҙөмтәләрен барланы
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: