Вячеслав Петушенко төбәк биләмәһендә М-12 “Көнсығыш” федераль трассаһының дауамы буласаҡ Дүртөйлө – Әчит юлының 140 километрлыҡ участкаһын төҙөү барышы тураһында һөйләне. Бында эшләңү өсөн 5,3 мең самаһы кеше, 1 700-ҙән ашыу техника берәмеге йәлеп ителгән.
Магистраль Башҡортостандың Дүртөйлө, Борай һәм Тәтешле райондары биләмәләре буйлап үтә. ”Автодор” дәүләт компанияһы идараһы рәйесе билдәләүенсә, яңы юл республиканың транзит потенциалын арттырырға, төбәк иҡтисадын, транспорт һәм турист мөмкинлектәрҙе, шулай уҡ юл яны сервисын үҫтереүгә булышлыҡ итергә мөмкинлек бирәсәк.
– Башҡортостанда Ағиҙел йылғаһы аша күпер төҙөлөшөн тамамлайбыҙ. Был үҙенсәлекле технология буйынса ғәйәт ҙур, иҫ киткес ҡоролма. Ә 2025 йылдың йәйендә юл буйлап хәрәкәт асырға ниәтләйбеҙ. Участканы сафҡа индереү Мәскәүҙән һәм Ҡазандан Өфөгә һәм Екатеринбургҡа тиклем араны күпкә ҡыҫҡартырға мөмкинлек бирәсәк, – тине Вячеслав Петушенко.
Радий Хәбиров менән Вячеслав Петушенко шулай уҡ Дүртөйлө – Әчит трассаһы участкаһын төҙөү өсөн ҙур йөк менән инерт материалдар ташығанда зыян күргән төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге автомобиль юлдарын тергеҙеү буйынса пландарҙы тикшерҙе.
Фото: glavarb.ru