Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
19 Ноябрь , 18:15

Транспорт инфраструктураһы өлкәһендәге башланғыстар тикшерелде

Радий Хәбиров Мәскәүҙә XVIII халыҡ-ара “Рәсәй транспорты“ форумы майҙансығында “Инфратех Концессии” (Ростех дәүләт корпорацияһына инә) акционерҙар йәмғиәтенең идара итеүсе директоры Андрей Шишкин менән осрашты

Транспорт инфраструктураһы өлкәһендәге башланғыстар тикшерелде
Транспорт инфраструктураһы өлкәһендәге башланғыстар тикшерелде

Яҡтар концессия килешеүҙәре шарттарында транспорт инфраструктураһы өлкәһендәге башланғыстарҙы тормошҡа ашырыуҙы тикшерҙе. Атап әйткәндә, һүҙ Өфөлә Революция урамында Ағиҙел йылғаһы аша күпер үткәүелен төҙөү проекты буйынса хеҙмәттәшлек тураһында барҙы.

Был проект әүҙем үҫешкән Ағиҙел аръяғы районын баш ҡаланың үҙәк өлөшө менән тоташтырырға тейешле транспорт магистрален булдырыуҙың беренсе этабы булып тора.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ағиҙел йылғаһының һул ярын Нижегородка биҫтәһенең ғәмәлдәге урам-юл селтәре менән тоташтырыусы күпер төҙөүҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу белдерҙе.

“Инфратех Концессии”ның идара итеүсе директоры Андрей Шишкин компанияның ошо проектты эшкә алыуын аңлатты.

 – Башҡортостан – беҙҙең дуҫыбыҙ, республика беҙҙең өсөн ҡыҙыҡлы һәм мөһим булып тора, – тине Андрей Шишкин. – Беҙ төбәктең юл селтәрен үҫтерергә, шулай уҡ мәҙәниәт, спорт, һаулыҡ һаҡлау тармаҡтарында социаль әһәмиәтле объекттар булдырырға ниәтләйбеҙ.

Фото: glavarb.ru

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас: