Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 2019 йылдан тармаҡтың техник паркы 60 процентҡа яңырған. Йәмғеһе был йүнәлешкә 64 миллиард һум аҡса сарыф ителгән.
Башҡортостан премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәзрахманов әйтеүенсә, техника яңыртыу тәү сиратта ауыл хужалығы техникаһына төшкән көсөргәнеште, баҫыу эштәренең ваҡытын кәметергә мөмкинлек бирә.
Республика Росагролизинг менән һәйбәт хеҙмәттәшлек итә, тип билдәләне Илшат Фәзрахманов. Шул арҡала Башҡортостан аграрийҙары компанияның ташламалы программаларында әүҙем ҡатнаша. Ауыл хужалығы министры техниканы һаҡлау һәм ремонтлау мәсьәләләренә айырым туҡталды.
Шишмә районында үткән семинар-кәңәшмә техниканы яҙғы сәсеү эштәренә әҙерләү, инженер һәм механизаторҙарҙың белемен камиллаштырыу, тракторҙар һәм башҡа ауыл хуалығы техникаһының төҙөклөгөн тикшереү мәсьәләләренә арналды.
Фотолар Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығынан алынды.