Башҡортостан менән Ҡаҙағстанды инде 30 йылдан ашыу тығыҙ сауҙа-иҡтисад бәйләнештәре берләштерә. Был турала килешеү 1993 йылда уҡ төҙөлгән, шунан бирле бәйләнештәр нығына бара.
Бөгөн Ҡаҙағстан – Башҡортостандың иң әүҙем хеҙмәттәшлек иткән өс партнеры иҫәбендә, дүртенсе йыл инде үҙ-ара сауҙа итеү ҙә үҫешә.
2022 йылда тауар әйләнеше 10 процентҡа артҡан. Үткән йылда ул тағы ла 4,2 процентҡа үҫешкән. Бының иң күп өлөшө Башҡортостандан Ҡаҙағстанға экспортҡа тура килеүе иғтибарға лайыҡ. Экспорттың нигеҙендә – химия сәнәғәте продукцияһы, төҙөлөш материалдары, сеймал, аҙыҡ-түлек, металл һәм туҡыу сәнәғәте әйберҙәре.
Йыл башында, ғинуарҙа үткән “Ҡаҙағстан – Башҡортостан” форумында ике яҡтан да бизнес ойошмалары осрашыуҙары күпләп ойошторолдо – 300-ҙән ашыу. Уларҙа һигеҙ килешеүгә ҡул ҡуйылған, хеҙмәттәшлек тураһында 120-гә яҡын ниәт ҡоролған. Мәҫәлән, “Ағиҙел” предприятиеһы ике – “Алтын Урҙа” авторлыҡ дизайны йорто һәм “Ҡаҙағстандың кәсепселәр союзы” менән килешеү төҙөнө.
Мал үрсетеү буйынса БР-ҙың “Атын солоҡ” бал ҡорттары продукцияһын һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы менән “Ҡаҙағстандың мал үрсетеү һәм ма аҙығы етештереү буйынса фәнни-тикшеренеү институты” үҙ-ара килешеү төҙөнө. “Ҡаҙағстандың хәләл индустрияһы” менән “Рәсәйҙең сифат системаһы” ла хеҙмәттәшлек итергә вәғәҙәләште. Шулай уҡ республикабыҙҙағы “Медстальконструкция” йәмғиәте Ҡаҙағстандағы компания менән берлектә күршеләрҙә медицина йыһаздары һәм ҡорамалдары етештереүҙе яйға һалды.
– Ҡаҙағстан Башҡортостандың төп партнерҙарының береһе булды һәм шулай ҡала ла, – ти БР-ҙың тышҡы иҡтисад бәйләнештәре һәм конгресс эшмәкәрлеге министры вазифаһын башҡарыусы Маргарита Болычева. – Беҙ һәр саҡ бәйләнештәрҙе үҫтереүҙең яңы йүнәлештәрен һәм сауҙа әйләнешен диверсификациялау юлдарын эҙләйбеҙ.
Рәсәй менән Ҡаҙағстан төбәктәренең үҙ-ара хеҙмәттәшлеге буйынса ХХ форум ике яҡлы бәйләнештәрҙе киңәйтергә форсат бирере шикһеҙ. Был форум 26-27 ноябрҙә Өфөлә, яңы асылған Көрәш һарайында үтә.
Сара буйынса ентекле мәғлүмәт уның рәсми сайтында урынлашҡан: https://russia-and-kazakhstan-forum.com/
Ошо һылтанма аша теркәлергә мөмкин: https://reg.russia-and-kazakhstan-forum.com/person
Сығанаҡ: https://russia-and-kazakhstan-forum.com/tpost/g0hcfou5v1-bashkortostan-i-kazahstan-30-vzaimovigod