Башҡортостан Хөкүмәтендә Премьер-министр вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров етәкселегендә киңәйтелгән ултырыш уҙҙы. Унда Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев һәм депутаттар ҡатнашты.
Андрей Назаров билдәләүенсә, бындай формат төбәктең закондар сығарыу органы менән үҙ-ара килешеп эш итеүҙе яйға һалырға мөмкинлек бирә һәм депутаттар корпусына һөҙөмтәле эшләгәне, республика үҫешенең мөһим мәсьәләләрен конструктив тикшергәне өсөн рәхмәт белдерҙе.
Һуңынан республиканың 2024 йылдағы социаль-иҡтисади үҫешенә йомғаҡ яһалды.
Туғыҙ ай йомғаҡтары буйынса сәнәғәт производствоһы индексы 104,7% тәшкил итте, был уртаса Рәсәй күрһәткестәренән юғарыраҡ (Рәсәйҙә - 104,4%).
Төҙөлөш өлкәһендә ярайһы уҡ юғары темптар һаҡлана. Бында үҫеш - 10 проценттан ашыу. Был уртаса Рәсәй темптарынан 7,8 процентҡа юғарыраҡ.
Ғинуар-октябрҙә 2,5 миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ сафҡа индерелгән. Был уның 2010 - 2018 йылдарҙа төҙөлгән күләменән күберәк.
Беренсе ярты йыллыҡ йомғаҡтары буйынса инвестициялар 26,6 процентҡа артҡан. Бында Башҡортостан уртаса Рәсәй динамикаһынан 2,4 тапҡырға алда бара.
Быйыл уңайһыҙ һауа шарттары агросәнәғәт секторына ныҡ йоғонто яһаны, әммә уңышты кисектереп йыйыу иҫәбенә уҙған йылға ҡарата артта ҡалыу кәмей.
Ағымдағы йылдың ғинуар-август айҙарында номиналь эш хаҡы, 17,6 процентҡа үҫеш күрһәтеп, 64,5 мең һумға еткән.
Эшһеҙлек тарихи минимумдар кимәлендә һаҡлана. Ул 1,8% тиклем кәмегән (июль-сентябрь). Дөйөм Рәсәй күрһәткесе 2,4 процент тәшкил итте.
Ултырышта сығыш яһап, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев төбәк Хөкүмәте менән берлектә тикшереүҙәр үткәреү кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– Бюджетты формалаштырыу өҫтөндә төп эш тамамланды, бер йүнәлеш тә бюджет финанслауынан тыш ҡалманы тиерлек. Бөгөн беҙ һеҙҙең менән беренсе уҡыуҙа ҡараласаҡ проектты тикшерәбеҙ. Депутаттар корпусы артабан, яңғыраған тәҡдимдәрҙе иҫәпкә алып, ҡайһы бер төҙәтмәләр индерер, тип уйлайым, - тип билдәләне ул.
Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары - иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Моратов 2025 йылға һәм 2026, 2027 йылдарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһының социаль-иҡтисади үҫешен күҙаллау проектын ҡарау тураһында хәбәр итте.
Андрей Назаров бюджет сәйәсәтенең маҡсаттары Рәсәй Президенты һәм Башҡортостан Башлығы билдәләгән бурыстарҙан сығып булыуын билдәләне.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.