Иҡтисад
26 Ноябрь 2024, 10:30

100 мең тоннаға яҡын шәкәр етештерелгән

Үҙебеҙҙә етештерлгән шәкәргә өҫтөнлөк бирегеҙ

100 мең тоннаға яҡын шәкәр етештерелгән100 мең тоннаға яҡын шәкәр етештерелгән
100 мең тоннаға яҡын шәкәр етештерелгән

Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Шишмә шәкәр заводы һәм «Раевка шәкәре» предприятиеһы 705 мең тоннанан ашыу шәкәр сөгөлдөрө эшкәрткән.

Ҙур төҙөкләндереүҙән һуң, предприятиелар тәүлегенә 6 мең тонна тамыраҙыҡ эшкәртә ала. Ямғырлы йәй иген культураларына зыян килтерһә лә, тамырлы культуралар өсөн ҡулайлы булды. Ауыл хужалығы предприятиелары шәкәр сөгөлдөрөнән мул уңыш алды - 2,6 миллион тоннанан ашыу татлы тамыр ҡаҙылды. Күләме лә башҡа йылдарҙан күберәк - гектарынан 460 центнер тәшкил итте. Был 2023 йылғы күрһәткестән 30 процентҡа юғары. Шәкәр заводтары яҙға тиклем ошо йыйылған күләмде эшкәртеү менән шөғөлләнәсәк. Төбәк үҙебеҙҙә етештерелгән шәкәр менән тулыһынса тәьмин ителә.

 

Фото Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығынан алынды.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас